

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Әбйәлилдә эш сәфәре барышында Нияҙғол ауылы янындағы карьерға барҙы.
Нияҙғол ауылы янындағы ятҡылыҡта "Көнсығыш" компанияһы марганец сығарыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙә хәбәр таралғайны. Тәбиғәткә битараф булмаусылар тирә-яҡтың бысраныуы, шулай уҡ карьерҙа шартлатҡыс ҡоролмалар ҡулланыуҙары хаҡында ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
Был хәлде тикшереү өсөн республиканың Вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ағзалары Нияҙғол ауылы янындағы карьерға килде. Осрашыуҙа шулай уҡ район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, урындағы депутаттар ҡатнашты.
Предприятие етәкселеге менән һөйләшеүҙән һуң мәсьәләне ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышына сығарыу һәм урындағы халыҡ ҡатнашлығында йәмәғәт контроле булдырыу ҡарар ителде. Хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған осраҡта компания уларҙы бөтөрөргә вәғәҙә итте. Кире осраҡта ведомство-ара комиссия лицензияны тартып алыу буйынса эш башлаясаҡ.
"Көнсығыш" компанияһы илдә марганец сығарыу буйынса махсуслашҡан уникаль предприятиеларҙың береһе. Компания 2008 йылда уҡ лицензия алған һәм 2015 йылдан алып Нияҙғол ятҡылығында эшләй. Предприятие һалымдарҙы ваҡытында түләй һәм осрашыу барышында райондың социаль-иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер булыуын белдерҙе. Шулай уҡ компания етәкселеге карьерҙа шартлатҡыс ҡулланылмауы хаҡында әйтте.
— Әгәр лицензия талаптарын үтәмәү һәм тәбиғәткә зыян килтереү осраҡтары асыҡланһа, лицензияны шунда уҡ туҡтатасаҡбыҙ, — тине Азат Шамил улы. — Беҙҙең өҫтөнлөк - иҡтисади үҫеш һәм экологик хәүефһеҙлек араһында тигеҙлек. Намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыусыларға республикала юл ҡуймаясаҡбыҙ.