

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында яҡынса 4,1 миллиондан ашыу кеше теркәлгән тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.
"Мөһим һәм күләмле сара тамамланды. Беҙ дәүләт бурысын юғары кимәлдә атҡарып сыҡтыҡ. Иҫәп алыу һөҙөмтәһендә беҙ 4,1 миллион кешегә еттек ", - тине Радий Хәбиров һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде. Һанлы технологиялар эште ҡыҫҡа арауыҡта башҡарырға мөмкинлек биргән һәм шул арҡала яҡынса һөҙөмтәләр киләһе йылдың апрель айында уҡ билдәле буласаҡ. Алдағы иҫәп алыуҙа быға өс-дүрт йыл талап ителә ине.