2020 йылдан республикала оло быуын өсөн “Оҙайлы ғүмер. Туризм” (“Башкирское долголетие.Туризм”) проекты тормошҡа ашырыла. Программаға ярашлы, республика биләмәһендә урынлашҡан туризм маршруттары, тәбиғәт ҡомартҡылары, музейҙар, дини объекттар, тарихи урындар буйлап бер-ике көнлөк сәйәхәттәр ойошторола.
Социаль турҙарҙы Туризм буйынса дәүләт комитеты Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, муниципаль район-ҡала округтары менән берлектә ойоштора. Ололарҙы сәйәхәт тамамланғансы гид-экскурсовод оҙатып йөрөйәсәк. Проектта ҡатнашыу бушлай, бары туҡланыу өсөн 200-300 һум түләргә тура киләсәк. Сәйәхәттә йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында үҙаллы теркәлергә һәм теләгән турға яҙылырға була. Шулай уҡ үҙегеҙ йәшәгән муниципаль район-ҡала округы хакимиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.