Йәмғиәт
17 Ноября 2021, 14:10

Кемдәр вакцинаһыҙ эшләй алмаясаҡ?

Ошо һәм башҡа һорауҙарға иртәгә Башҡортостан юлдаш телеканалында яуап ҡайтарасаҡтар.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡайһы тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн вакцинация мотлаҡ булыуын әйтәсәктәр.

18 декабрҙән Башҡортостанда эш биреүселәр прививкаланмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштерергә тейеш. Сөнки был ҡатмарлы ваҡытта пандемияны туҡтатыр өсөн берҙән-бер ысул - вакцинация. Донъяла дүртенсе тапҡыр коронавирус тулҡыны башланды, сирлеләр һаны арта.

Прививка яһамаған хеҙмәткәр өсөн эш биреүсегә нимә янай? Ситләтелгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һаҡланырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы телеканалдың социаль селтәрҙәге махсус брифингында ишетерһегеҙ.

Башлана 18 ноябрҙә 11:15 сәғәттә.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас