Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа республиканың Роспотребнадзор һәм идара итеү үҙәге белгестәре вакцинация тураһында мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Республиканың баш санитар табибы Анна Казак кемдәр өсөн вакцинация мотлаҡ булыуы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Мотлаҡ вакцинация законлымы?
РФ Хеҙмәт кодексының 76-сы статьяһына һәм 10-сы статьяһына ("йоғошло сирҙәрҙе иммунопрофилактикалау тураһында"ғы федераль законға ( 02.07.2021) ярашлы, әгәр илдең баш санитар табибы "эпидемия күрһәткестәре буйынса профилактик прививкалар үткәреү тураһында" ғы ҡарарға ҡул ҡуя икән, эш биреүселәр прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләтергә һәм уларға эш хаҡын түләмәҫкә тейеш.
Кем прививка яһатырға тейеш?
2021 йылдың аҙағына тиклем бөтә дәүләт һәм шәхси предприятиеларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең кәм тигәндә 80 проценты вакцина яһатырға тейеш. 18 ноябргә тиклем беренсе, ә 18 декабргә тиклем икенсе компонент менән прививка яһатыу мотлаҡ булған хеҙмәткәрҙәр:
Табиптар, медицина һәм шифахана хеҙмәткәрҙәре
Уҡытыусылар
Социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре
Транспорт хеҙмәткәрҙәре
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре
Ирекмәндәр
Магазиндар, бөҙрәханалар, матурлыҡ салондары, ҡунаҡханалар хеҙмәткәрҙәре
Чиновниктар
Ирекмәндәр
Вахта ысулы менән эшләүселәр
Практика үтеүсе студенттар
30 ноябргә тиклем беренсе, ә 30 декабргә тиклем икенсе компонентты
Төҙөлөш
Сәнәғәт
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һалдырырға тейеш. Ҡалған 20 проценты - медотвод алған, декрет ялында, оҙайлы командировкала булған кешеләр. Әгәр медотвод бар икән, ул дистанциялы эшләргә тейеш.