Мөһим кампания — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланды. Уның буйынса, Росстат башлығы Павел Мальков белдереүенсә, республикабыҙ йән иҫәп алыу буйынса илдә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Төньяк Кавказдың бөтә төбәктәре, Ставрополье, Краснодар крайы, Волгоград, Тула өлкәләре, Мордовия, Чукотка һәм Татарстан менән бер рәттән алдынғылар иҫәбендә билдәләнгән.
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә халыҡ һаны артыуын һәм 4,1 миллиондан ашыу тәшкил итеүен әйтте.
– Бик мөһим һәм ҙур сара тамамланды.– тине Радий Хәбиров. – Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Иҫәп алыусылар ҙур эш башҡарҙы, уларға айырым рәхмәт.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Акрам Ғәниев белдереүенсә, республиканың бар халҡы һәм башҡа иҫәпләнергә тейеш кешеләр иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан.
— Беҙ халыҡ һаны буйынса илдәге етенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ. Тик ошо кампания ғына тулы картинаны күрһәтә ала, дөйөм һандарҙы дөрөҫ итеп еткерә, – тине Акрам Ғәниев. – Беҙ быйыл республикаға ҡайтҡан һәм үҙҙәренең фатирҙарында йәки йорттарында йәшәгән, әммә элекке урыны буйынса теркәлгән күп кенә “себер” пенсионерҙарын да асыҡланыҡ.
Әкрәм Ғәниев иҫәпләүенсә, һанлы технологиялар иҫәп алыу эшен тиҙләткән һәм ябайлаштырған. Улар ярҙамында иҫәп алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре апрелдә үк билдәле буласаҡ. Ә тулы һандар киләһе йылдың аҙағында әйтеләсәк. Элегерәк бының өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк ине.
– Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҙур эш башҡарылды. Уның һөҙөмтәләре менән барлыҡ власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре файҙалана аласаҡ. Бында ҙур дәүләт программаларын эшләүҙән башлап, айырым инфраструктура объекттары: юлдар, мәктәп, дауаханалар һәм башҡаларҙы төҙөүгә тиклем ҡарарҙар инә, – тине етәксе.
Халыҡ иҫәбен алыу йәмәғәтселектең ҡәтғи күҙәтеүе астында үтте. Росстаттың “ҡыҙыу линияһына” 70 меңгә яҡын шылтыратыу алынған. Социаль селтәрҙәрҙә 650 меңгә якын мҡрәжәғәт булған. Башкортостанда был юҫыҡта тәртип боҙоуҙар асыҡланмаған, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янында булдырылған эшсе төркөмгә 40-ҡа яҡын шылтыратыу булған, улары ла — аңлашылмаған һорауҙарҙы аныҡлау маҡсатындағы мөрәжәғәттәр.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эшендә республикабыҙҙың алдынғылар рәтендә булыуында, әлбиттә, Әбйәлил иҫәп алыусыларының да өлөшө ҙур.
—Дөйөм алғанда, күмәк көс менән мөһим сәйәси сараны юғары кимәлдә үткәрә алдыҡ. Халыҡ иҫәбен алыу эшенә районда 83 кеше йәлеп ителде. 14 иҫәп алыу участкаһы булдырылды, шуларҙың бишәүһе — Асҡарҙа, ҡалғандары Ташбулат, Таштимер, Байым, Красная Башкирия, Йәнгел, Әлмөхәмәт, Хәлил, Амангилде һәм Буранғол биләмәләрендә эшләне. Уларға беркетелгән 14 контролер өсөн биналар йыһазландырылды. Контролерҙар һәм иҫәп алыусыларҙың һөҙөмтәле эшләүе өсөн бөтә шарттар тыуҙырылды, — тип һөйләй Башҡортостан буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең халыҡ иҫәбен алыу буйынса Әбйәлил районындағы уполномоченныйы В. М. Гәрәев. —Коронавирустан вакцинация үткән иҫәп алыусылар эшләне, улар барыһы ла шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде.
Вильям Муллаҡай улы фекеренсә, элекке йылдарҙан айырмалы быйыл йән иҫәп алыу 10 көн түгел, ә тотош бер ай буйына барыуы иҫәп алыусыларҙың һәр өйгә, һәр кешегә “барып етеүенә” булышлыҡ иткән.
—Иҫәп алыусы Луиза Ғәниева иң ҡатмарлы участкаларҙың береһендә эшләне. Район үҙәгендә кешеләр көндөҙ, ғәҙәттә, эштә, ә кискеһен ҡапҡаларын асмайҙар. Иҫәп алыуҙың һорауҙарына әллә ни яуап бирергә теләмәгәндәр ҙә булды. Йәштәр араһында “иҫәп алыу беҙгә нимәгә ул?” тип инҡар иткәндәр ҙә табылды. Әммә Луиза Ансар ҡыҙы һәр кемгә “барып етеп”, һәр кем менән уртаҡ тел таба алды һәм һөҙөмтәлә үҙ эшен намыҫ менән атҡарып сыҡты, — тип маҡтай үҙенең участкаһындаэшләгән иҫәп алыусы хаҡында контролер Фәйрүзә Мусина.
—Бынан тыш, быйыл иҫәп алыу яңы технология ярҙамында, беренсе тапҡыр һанлы форматта үтте. Респонденттраҙың яуаптарын электрон рәүештә теркәп барҙылар. Өҫтәүенә, онлайн ҡатнашыу мөмкинлеге лә булды. Теләгән һәр кем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәп алыуҙа ҡатнашты. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктә лә иҫәп алыу ойошторолдо, унда кешеләр йән иҫәп һорауҙарына яуап биргән мәлдә ҡыйынлыҡтар килеп тыуған осраҡта ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр йәлеп ителде.Әлбиттә,ауылдарҙа адреслы хужалыҡтарҙы юлға һалыу,урамдарҙы яҡтыртыу системалары ремонтланыуы ла халыҡ иҫәбен алыусылар эшен еңеләйтте,,— ти Вильям Муллаҡай улы.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың әйтеүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәргәндә алынған мәғлүмәт — социаль тотороҡлолоҡ һәм халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға нигеҙ.
—Ведомство мәғлүмәттәр базаларының береһе лә йәмғиәт торошо тураһында, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек, тулы, бөтөн бер мәғлүмәт бирмәйәсәк.
Уның төп бурысы — илдең, тимәк республиканың һәм райондың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик информация булдырыу. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, прогноздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк.
Мәҫәлән, торлаҡ фондын төҙөкләндереү кимәле, уның төрҙәре һәм майҙаны, төҙөлөү ваҡыты өлөшөндә халыҡтың торлаҡ шарттарын өйрәнеүгә ҙур иғтибар биреләсәк, күпме ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлығы күренәсәк. Шунан сығып, был йүнәлештә ғәмәлдәге программаларға төҙәтмәләр индереләсәк һәм яңылары әҙерләнәсәк. Иҫәп алыу ҡағыҙҙарының айырым һорауҙары граждандарҙың мәшғүллегенә һәм белеменә арналды: эшһеҙҙәр һаны, мәшғүллек характеры, йәшәү сығанаҡтары тураһында мәғлүмәттәр туплана. Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары белем биреү системаһын артабан камиллаштырыу өсөн дә мөһим.
Иҫәп алыу һөҙөмтәләре ҡала һәм ауыл халҡы нисбәтен баһалау, тимәк, аграр сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен аныҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Ауылға кәрәкле белгестәрҙе ҡайтарыу буйынса саралар һөҙөмтәлелеген арттырырға, ауыл халҡының матди-көнкүреш шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Пенсия йәшенә етеүселәр һанын билдәләү. Был яҡын йылдарға Пенсия фонды бюджетын планлаштырырға, социаль сығымдарҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, әсәләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы күләмдәрен аныҡлау, йәштәр сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен барлау, демографияны арттырыу, үлемде кәметеү буйынса саралар күреү өсөн дә мөһим, —тигән фекерҙә Илдар Таһир улы.