Йәмғиәт
19 Ноября 2021, 05:50

Яҡындарығыҙға «Осҡон» бүләк итегеҙ

Аҙнаһына бер тапҡыр гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында тормош-көнкүрештә кәрәкле приздар уйнатабыҙ.

Яҡындарығыҙға «Осҡон»  бүләк итегеҙЯҡындарығыҙға «Осҡон»  бүләк итегеҙ
Яҡындарығыҙға «Осҡон» бүләк итегеҙ

Бөгөнгө ҡатмарлы заманда бөтә нәмәгә хаҡтар артҡан кеүек, гәзиткә лә хаҡтар арта. Юл сығымдарын, башҡаһын иҫәпкә алып, был хаҡтарҙы почта билдәләй. Ошо сәбәпле, интернет булмаған, булһа ла, уны менән әллә ни ҡуллана белмәгән оло йәштәгеләр, бик теләһәләр ҙә, үҙҙәре яратҡан гәзиттәренә яҙыла алмай ҡалалар. Тап ошо осраҡта редакция иғлан иткән «Осҡон» бүләк ит!» акцияһы ярҙамға килә лә инде.
Шөкөр, йыл һайын акциябыҙға ҡуш ҡуллап ҡушылған мәрхәмәтле райондаштарыбыҙ етерлек. Мәҫәлән, Юлдаш ауылынан хеҙмәт ветераны Тимербулат ағай Сәйетғәлин ике ғаиләне «Осҡон»ло итте. Унан тыш, хөрмәтле уҙаман хаҡлы ялдағы бер нисә кешегә «Ветеран Башкортостана» журналын яҙҙырып та һөйөндөрҙө.
Гусев һайлау округынан район Советы депутаты булған Ишморат Әминев йыл да үҙенең һайлаусыларына район гәзите бүләк итә. Быйыл ул өс ғаиләгә киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» яҙҙырҙы.
Әбйәлил эшҡыуарҙары, депутаттар, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡорт теленә, милли матбуғаттың киләсәгенә битараф булмаған яҡташтарыбыҙ «Осҡон» бүләк ит!» акцияһына ҡушылыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
«Осҡон»ға абонемент тултырып, квитанцияларығыҙҙы Асҡар ауылы, Ленин урамы, 14а адресы буйынса редакцияға ебәрһәгеҙ, «Аҙна һайын бүләк» уйынында ҡатнаша алаһығыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында тормош-көнкүрештә кәрәкле приздар уйнатабыҙ.
Был аҙналағы уйыныбыҙ еңеүсеһе — Буранғол ауылынан. Вәхит Сәлмәнов ҡул бысҡыһы отто. Еңеүсебеҙҙе редакцияла көтәбеҙ. Үҙегеҙ менән документтарығыҙ — паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен дә алып килергә онотмағыҙ.
Гәзиткә яҙылыу өсөн почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итегеҙ. Асҡарҙа йәшәүселәр редакцияның үҙенә лә килеп яҙыла ала.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас