Өфө ҡалаһының Рихард Зорге урамындағы скверҙы биҙәйәсәк “Беренсе уҡытыусыға” һәйкәле проекты һайланды.
Эштәр 30 сентябрҙән 29 октябргә тиклем ҡабул ителде. Октябрь районы хакимиәтендә үткән конкурс комиссияһы ултырышында тәҡдим ителгән биш проект араһынан береһе һайланды. Комиссия ағзалары был идеяны тәҡдим иткән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Агадуллинаның фекеренә лә ҡолаҡ һалды, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Конкурста Өфө скульпторы Хәлит Ғәлиуллин еңеүсе тип табылды. Ул таҡта янында дәрес биргән уҡытыусыны, парта артында иғтибар менән тыңлаған уҡыусыны һүрәтләгән.
Һәйкәл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты ярҙамында булдырылған “Беренсе уҡытыусыға” скверын биҙәйәсәк.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.