Йомарт шишәмбе – Бөтө донъя хәйриә көнө. Ул мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе изгелек ҡылыу һәм хәйриә эшенә йәлеп итеү өсөн үткәрелә. Был көндө төрлө изге эштәр атҡаралар, мәҫәлән, хәйриә ойошмалары өсөн аҡса йыялар, ирекмәндәр акциялары уҙғарыла, интернет селтәрендә флешмобтар ойошторола.
Унда һәр сәйәси булмаған ойошма һәм айырым кешеләр ҡатнаша ала. Улар акция, аҡса йыйыу рәүешен ирекле һайлау хоҡуғына эйә. Социаль йәһәттән яуаплы компаниялар йәмғиәткә үҙ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй, хеҙмәткәрҙәре араһында ошо юҫыҡта әүҙемлекте арттыра.
Йомарт шишәмбе 30 ноябрҙә үткәрелһә, уның менәң бәйле ваҡиғалар 20 ноябрҙән 4 декабргә тиклем барасаҡ.