Йәмғиәт
27 Ноября 2021, 14:55

Һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәйҙәр бар...

Йөрәк аҫтында йөрөтөп көтөп алған сабыйыңа ҡарата: «Ул тулы тормош менән йәшәүгә һәләтле түгел», — тип әйтелгән хөкөмдән дә ҡатыраҡ яза юҡтыр әсәгә. Ошо һүҙҙәрҙе көттөмө ул?! Ләкин был әсе ысынбарлыҡ. Операциянан һуң иҫе инерле-сығырлы булып, һыҙланып ятһа ла, йәлләү ҡатыш төбәлгән ҡараштарҙа «Кәрәкме һиңә имгәк бала?» — тигән һорауҙы, әйтмәһәләр ҙә, йөрәге менән тойҙо...

Һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәйҙәр бар...Һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәйҙәр бар...
Һәйкәл ҡуйырлыҡ әсәйҙәр бар...

1997 йылдың 9 декабре. Улы тыуған көн бөгөнгөләй хәтерендә Хәлил ауылында йәшәүсе Фәнүзә Ғәлинаның. Хәйер, өр-яңы ғүмергә башланғыс биргән көнөн бер әсәй ҙә онотмайҙыр. Әммә был осраҡ башҡаларҙан айырыла. Әсә ҡарынында һауа етмәү сәбәпле, сабыйға яҡты донъяны ла күрмәҫтән тонсоғоу хәүефе янағас, табиптар уны ваҡытынан күпкә иртәрәк ҡабул итергә була. Алты айлыҡ баланы операция юлы менән алалар. Әмәлиәтте бик күп Әбйәлил ҡатындарына әсә булыу бәхетенә ирешергә булышлыҡ иткән, яҡташ тип тартып торған Магнитогорск ҡалаһының 2-се бала табыу йортоноң тәжрибәле акушер-гинекологтары Ольга Пеннер һәм Шәүрә Лотфуллина яһай. Ауырға ҡалғанын белгәс тә, уны һаҡлап ҡалыу маҡсатында гинекология бүлексәһенә ятып, айҙар дауамында карауаттан тормаған сабыр ҡатынҡайҙы, ниһайәт, бәләкәсе менән осраштырыу өсөн табиптар ҡулдан килгәнде эшләй. Был йортҡа беренсе тапҡыр килмәгән, быға тиклем нисәмә уңышһыҙ ынтылыш-юғалтыуҙарҙан һуң да әсә булыу теләгенән төңөлмәгән, бынан алдағыһында тере бала тыуҙырып, ни бары өс көн әсәлек бәхете татыған бисара ҡатындың өмөт-ышанысын был юлы — алтынсы тапҡырҙа ла аҡламай ҡалһалар, йөҙөнә ниндәй бит менән бағырҙар?!
Йөклөлөктөң һуңғы осорон никтер күтәрә алмай уның организмы. Тупылдатып баланы тап та, ҡәҙерле йән киҫәгеңде аҡ биләүгә төрөп кенә ҡайт та кит ине. Юҡ шул. Хоҙайға һыйынып, һаҡланып ҡына йөрөһә лә, ошоға тиклем бер ҙә бәхеттең етенсе ҡатына күтәрелергә яҙмай уға. Табиптарға күбеһенсә ҡанһыраған ҡатындың үҙен һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалырға тура килә. Фанилыҡта өс көн генә йәшәп өлгөргән Мораҙымын юғалтҡас, урынына әсәһе ташлап киткән берәй бәләкәсте алып ҡайтам тип асырғана. «Үҙең нығын әле», — тиһәләр ҙә, өҙмәй ҙә ҡуймай, шалҡан кеүек таҙа бер малайҙы алып ҡайта. Мораты, ысынлап та, теремек, сәләмәт булып үҫә. Улы өс йәшлек булыуға, йөрәк аҫтында йәнә бер йән яралыуын белдерә. «Был балам йәшәйәсәк», — тип күргән төшөн дә яҡшыға юрап, тағы ла шул утты-һыуҙы кисеүе...

(Аҙағы. башы 1-се биттә)

Табиптар йәшәү менән үлем араһында айҡашҡан сабыйҙың ғүмере өсөн йәнтәслим көрәшә. Алты айлыҡ бала тимәҫһең — малай 2,6 килолыҡ булып тыуа. Тик ҡарында саҡта гипоксиянан интегеүе эҙһеҙ үтмәй. Баш ме-йеһенә ҡан һауыуы үҙәк нервы системаһын зарарлай, үҙ аллы һулыш алып йәшәй башлауы-ның 20-се минутында баланың ярты кәүҙәһен ҡырау һуҡҡан кеүек фалиж зәғифләй. Хәле насарайып, тын алыуы ауырла-ша. Инде һығыла башлағас, ашығыс рәүештә бәләкәс кенә йән эйәһен үпкәне яһалма еллә-теү аппаратына тоташтыралар. Операциянан һуң ауыр хәлдәге әсә реанимациянан сығып ап-параттағы бәләкәстәр ятҡан бү-лексәгә барырлыҡ, улын күрер- лек көс таба. Ауыҙ-танауына трубкалар ҡуйылған, ҡулына капельница ҡаҙалған, бөгәрлә-неп кенә ятҡан сабыйына өмөтө бик икеле булыуын аңлаһа ла, былай тиҙ генә еңелергә, бире-шергә теләмәй. «Йәшә, улым, ғүмерең оҙон булһын!» — тип белгәненсә өшкөрөп, исемең Йәноҙаҡ булһын, тип ҡолағына шыбырлай.
Икеһе ике дауаханала оҙаҡ ята әсә һәм сабый. Малайының хәлен белешмәгән көнө булмай, мөғжизәгә ышана. Хоҙайҙан уға һаулыҡ, ғүмер һорап ялбара. «Үҙ аллы тын алды», — тигән ҡыуаныслы хәбәр килеп еткәс, дауахананан ҡасып сығып эргәһенә ашыға. 29 ғинуарҙа уларҙы өйгә ҡайтаралар.
Анһат булмай сирле бала менән. Ҙур һорау аҫтында ДЦП диагнозы ҡуйылған бәләкәскә махсус тәрбиә, етди иғтибар талап ителә. Баланың тәне һығылмалы саҡта массаж, гимнастиканы өҙмәй эшләгәндә, йүнәлеүгә биреләсәк — медик-тарҙың ошо һүҙҙәрен үҙенә наказ итеп ҡабул итә әсә. Өйҙә эше ятһа ята, әммә көн дә өй-рәткәндәренсә һәр быуынына тиклем ыуалап массажын эш-ләй, невролог тәғәйенләгән ҡиммәтле дарыуҙарын табып эсерә, дауалауҙы өҙмәй. Бер йәшенә тиклем 11 тапҡыр дауа-ханала ятырға тура килә. Ас-ҡарҙа ла, Магнитогорскиҙа ла уларҙы танып-белеп бөтәләр. Бер осраҡта инде үлеп бөткән ерҙән терелтеп алып ҡалалар. «Реанимацияға алмайбыҙ», — тип аҡ халатлылар өмөтөн өҙ-гәндә лә, әсәнең ныҡышлығы, көслө ихтыяры баланы үлемдән алып ҡала. Күп ыҙалар аша әсә булырға ирешкән ҡатындың инде ауырыу баланы кеше итәм тип тырышыуына табиптар өнһөҙ баш сайҡай, фәҡәт мөғ-жизәгә ышанып, ярҙамға таш-лана. Бала реанимацияла, янына индермәйҙәр. Көн дә ҡала-ауыл юлына саң ҡундырмай әсәһе. Дауахананың ишеге тө-бөндә тороп ҡайтһа ла, ҡайҙа һуғылырға белмәгән күңеленә әҙерәк толҡа таба. Тирә-яҡта яҙ тантана итә, тик ул ғына хәсрәт утында яна. Тәне кеше араһында йөрөһә лә, уйҙары ла, йәне лә ба-лаһы янында. Юлы урамда емеш ағас-тары үҫенте-ләре һатҡан ҡала әбейҙәре эргәһенән үтә. Көн дә шуларҙан берәй ағас һатып алып ҡайтып, «Емештәрен балама өҙөп ашарға яҙ-һын», — ти-гән изге ни- әттә баҡсаға алма, груша, абрикос ул-тырта. Һәм оло ышаныс мөғ-жизә тыуҙыра...
— Райондың талантлы балалар табибы, педиатр Зилә Насирова ике туған еңгәйем ине. Ул бер ҡасан да: «Балаң эшкинмәй», — тип ҡаты бәрелмәне, әммә ипле генә аңғарта килде. Йәноҙаҡтыҡы һы- маҡ диагнозлы балалар көткән ғаиләләр тураһында һөйләй торғайны. Ә мин быларҙың үҙемә ишара икәнен аңламағанмын да. Сөнки улымды аяҡҡа баҫтырам тип йән көскә тырыша һәм быға ныҡ ышана инем, — ти Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы.
Ғәҙәттә бәләкәй балаларҙы ҡултыҡ аҫтынан тотоп аяғын ҡаты ергә баҫтырһаң, аҙымдар яһап талпына, хатта йүгерергә маташа. Быуынһыҙ кеүек һәленеп төшөргә торған балала бына ошо рефлексты булдырыу өсөн күпме тирен түгә әсә. Был бер кешенең генә эше түгел. Атаһы эштә икән, урамдан үтеп барған кешене саҡырып индереп булһа ла, малайҙың аяҡ-ҡулдарында хәрәкәт рефлексын уятыу буйынса көн һайын күнекмәләр яһай. Имгәк булып түшәктә ятасаҡ тигән прогноз ҡуйған медицина хеҙмәткәр-ҙәрен таң ҡалдырып, йәш ярымлыҡ бала атлап китә. Һорау аҫтындағы ҡурҡыныс диагнозды кире алалар.
Тик, үкенескә күрә, башына ҡан һауыуының эҙемтәһе булып башҡа неврологик ауырыуҙары һиҙҙерә башлай. Атлап йөрөгән бәләкәс унда-бында төкөлөүҙән бушамай. «Әллә башы эшләмәй микән?» — тип хафалана әсәһе, юҡһа туп-тура ишек яҡтауына барып һуғылып, белә-күрә үҙен ауыртындырыр инеме, тип борсола. Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙының хафа-лары юҡҡа булмай — малай-ҙың насар күреүе, ул ғына түгел, ҡатмарлы күҙ ауырыуҙары асыҡлана. Ике күҙендә лә күреү нервыларының өлөшләтә атро-фияһы, көслө миопия һәм астигматизм — киләсәктә тома һуҡырайыу ҡурҡынысы янай тип күҙ белгестәре аппаратта дауалау курстары билдәләй. Инвалидлыҡ бирәләр. Өфө, Сибай, Магнитогорск ҡалала-ры дауаханалары ҡалмай. Әсә әлеге лә баяғы ышанысын улына ла һеңдерә, мотлаҡ яҡшы күрә башлаясаҡһың, тип ышандыра.
Ғаилә хәле буйынса Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы ике улы менән Әбделмәмбәттән Хәлилгә күсеп ҡайтҡас, бында эш булғансы күрше ауылға йөрөп уҡытыуын дауам итә. Ул — башланғыс кластар уҡытыусыһы. Балам инвалид тип улын ҡосоп өйҙә ултырмай, һөнәре буйынса эшен ташламай. Йәноҙаҡты ла ауырый тип артыҡ ныҡ аямай. Бәләкәйенән үҙ аллылыҡҡа, хәленән килгәндәй эштәргә өйрәтеүе файҙаға була. Әсәй эштә саҡта донъя, мал-тыуар яңы ҡул араһына инә башлаған ике малай ҡарамағына ҡала. Күҙҙәре етә күрмәүе арҡаһында бөтә эшкә барымы булмаһа ла, мал һуғарыу, һыу ташыу кеүек үҙенә йөкмәтелгәндәренә яуаплы ҡарай. Уҡырға махсус мәктәпкә бирергә ҡушһалар ҙа, әсәһе йәлләп беренсе класҡа Хәлилгә бирә. Башы шәп эшләй, зирәклеге менән алдырырға тырыша. Әммә һау-һаҡ балалар араһында үҙен кәм тойоуы нигеҙендә комплекстары ярала башлауын һиҙгәс, педагог әсәй яңылышыуын төшөнә. Йөрәгенән өҙөп ситкә ебә- реүе нисек кенә ҡыйын булмаһын, балама яҡшы буласаҡ тип, икенсе класҡа Өфөләге 28-се коррекциялы мәктәп-интернатҡа бирә.
— Илап ҡайттым. Һөйләшеп, хәлен белешеп торорға хәҙерге һымаҡ телефондар юҡ. Сентябрь аҙағында сыҙамай барып еттем. Ситтән ҡарап торам, мине күрмәй, вата-емерә русса иптәштәренә әллә нимәләр һөйләгән була. Ҡайтам, тип йәбешер микән тип бушҡа ҡайғырғанмын. «Бында һәйбәт, бер кем дә көлмәй», — тип тыныс оҙатып ҡалғас, үҙем дә тынысландым. Уҡырға ғына түгел, тормошҡа яраҡлашырға ла өйрәтте ул мәктәп. Йәноҙаҡ дзюдо секцияһында шөғөллән-де. Күреү буйынса инвалидтар араһында Өфө, республика беренселектәрендә еңеүҙәр яуланы. Дүрт йыл уҡып ҡалды, үҫмерлек осоронда сираттағы неврологик сире — өйәнәк тота башланы. Схема буйынса да-рыуҙар, уколдар ҡабул итергә кәрәк — эпилепсия менән артабан интернатта уҡыуын дауам итә алмай ине, — тип һөйләй әсә.
Алтынсы-етенсе класты Йәноҙаҡ Хәлил урта мәктә-бендә уҡый. Сибайҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар өсөн дистанциялы белем биреү үҙәге асылғас та, интернет аша өйҙән уҡыуға күсә. 12-се класты (дистанциялы уҡыу бер йылға оҙағыраҡ) ударник булып тамамлап, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Улының һөнәр алыуына ла етди ҡарай Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы. Сәлә-мәтлек хәле буйынса һайлау даирәһе ҙур булмай. Мөмкин булғандар араһынан массажист булырға ҡарар итә егет. Уның ҡөҙрәте менән ҡасандыр аяҡҡа баҫҡан Йәноҙаҡ башҡаларҙы дауалауҙы үҙенең бурысы тип күрә. Күреү буйынса инвалидтар өсөн Өфө медицина кол-леджындағы берҙән-бер төр- көмгә ҙур конкурсты үтеп, тәүге тапҡырҙан уҡырға инә.
Өс йыл уҡып дипломлы булғас, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының реабилитациялау үҙәгендә хеҙмәт юлын башлай. Әйткәндәй, егет баш ҡалала үҙенең өр-яңы фати-рында йәшәй. Бай өләсәһенән ҡалған мираҫ, йә иһә ата-әсәһенән төшкән бүләк түгел ул. Ипотеканы Йәноҙаҡ пенсия аҡсаһынан түләй. Ғәрсел, сәмсел егет иҫ ингәненән үҙен инвалид тип һанамай. Район инвалидтар йәмғиәте уҙғарған сараларҙа ҡатнашыуҙан да шуға күрә баш тарта торғайны, тип хәтерләй әсәһе. Хәҙер инде үҙ йүнен күреп, тәьмин итеп, үҙаллы йәшәй. Төп эшенән тыш, өҫтәмә килем табыу юл-дары ла бар. Заправкалау станцияһында, «Яндекс-доставка» хеҙмәтендә эшләй, саҡырыу буйынса өйҙә массаж яһай. Пандемия көсәйгәс, бер аҙ ауылға ҡайтып торорға мәжбүр булған, унда ла «Эко-сити» машинаһын йөрөткән ағаһы янына эшкә урынлашып, сүп-сар тейәүсе булып эшләп китергә өлгөргән. Хәҙерге ваҡытта республика табип-физкультура диспансерында хеҙмәт итә.
Үҙенән аша ҡарап торған бер-береһенә терәк булған, уландарына һөйөнөп туя алмай Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы. Малай-ҙарының эшһөйәр, ихтирамлы, тәүфиҡлы булып буй еткереүҙәренә шатлана. Ерҙәге иң бә-хетле әсәй хәҙер ейәнсәрҙәр һөйә, өҙөлөп торған килене бар. Һәммәһе лә һау ғына булһындар. Ҡурҡыныс төш кеүек үткәндәрен бәйән итеп, хәтирәләрен ерле-юҡтан ҡуҙғытманы ул. «Һәр әсә тыуасаҡ балаһына бөтә ағзаһы ла теүәл, һау-сәләмәт булһын тип теләй. Ләкин гелән беҙ теләгәнсә булмай. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле бала донъяға килгән ғаи-ләләр беҙҙең үткәндәрҙән, бәлки, фәһем алырҙар. Сабый сирле тип юғалып ҡалмаһындар, ауырыу менән көрәшһендәр, баланы тормошҡа яраҡлаштырып үҫтерһендәр. Иң мөһиме һәр икеһе өмөт-ышанысты юғалтмаһындар», — тигән теләктә ҡалды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас