Йәмғиәт
30 Ноября 2021, 09:56

Ҡулланыусы һәр ваҡыт хаҡлы

БР Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан хоҡуҡ буйынса белемде арттырырға, һуңғы яңылыҡтар менән танышырға, республика ҡулланыусылар баҙарында һатыла торған тауарҙарҙың сифаты тураһында белергә мөмкинлек биреүсе онлайн-форматтар эшләнгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

БР Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы тарафынан хоҡуҡ буйынса белемде арттырырға, һуңғы яңылыҡтар менән танышырға, республика ҡулланыусылар баҙарында һатыла торған тауарҙарҙың сифаты тураһында белергә мөмкинлек биреүсе онлайн-форматтар эшләнгән.  
Порталда продукцияның сифаты һәм хәүефһеҙлеге, ГОСТ һәм стандарттар талаптарына тура килеү-килмәүе, шулай ук алынған һөҙөмтәләргә ҡарап, продукцияны шартлы төркөмдәргә бүлеү тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған. 
"Асыҡ сифат» мәғлүмәти-аналитик порталы материалдары менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була:https://kachestvorb.ru/ 
Шулай ук БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы янында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса интернет-портал эшләй: https://portalzpp02.ru/

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас