Йәмғиәт
30 Ноября 2021, 05:54

Йәш урмансылар — еңеүсе

2021 йыл йомғаҡтары буйынса мәктәп урмансылыҡтарының Бөтә Рәсәй смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбендә Әбйәлил районынан йәш урмансылар ҙа бар!

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш урмансылар — еңеүсеЙәш урмансылар — еңеүсе
Йәш урмансылар — еңеүсе

2021 йыл йомғаҡтары буйынса мәктәп урмансылыҡтарының Бөтә Рәсәй смотр-конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбендә Әбйәлил районынан йәш урмансылар ҙа бар!
Конкурс өс номинация буйынса үткәрелгән: «Мәктәп урмансылығы эшмәкәрлеген ойоштороу», «Мәктәп урмансылығының практик эшмәкәрлеге», «Мәктәп урмансылығының мәғрифәтселек эшмәкәрлеге». Конкурста жюри илдең 46 төбәгенән 144 мәктәп урмансылығы эшен тикшергән. 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Йәшел урман» ойошмаһы (етәксеһе Мәүлиҙә Махийәнова) «Мәктәп урмансылығының мәғрифәтселек эшмәкәрлеге» номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.
— Был конкурс йыл һайын уҙғарыла, быйыл республика буйынса беренсе урын алдыҡ һәм беҙгә республика балалар биология-экология үҙәгенең «Урман экологияһы» бүлеге начальнигы Г. Мельникова Башҡортостан исеменән сығыш яһауҙы ышанып тапшырҙы, — ти Мәүлиҙә Камил ҡыҙы. — Ил күләмендәге ҙур еңеү беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Мәғрифәтселек эшенә мәктәптәр, балалар баҡсалары, китапханаларҙа сығыш яһау, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыу, ғилми-тикшеренеү эштәрен яҡлау, урмандарҙы һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеге буйынса буклеттар сығарыу, мәҡәләләр яҙыу инә. Беҙҙең мәктәптең йәш урмансылары был эштәрҙең барыһы менән дә әүҙем шөғөлләнә.
Урмансылыҡҡа кем теләй, шул йөрөй ала. Улар ағас ултыртыу йәки урман таҙартыу өмәләренә генә йөрөмәй, үҙ-үҙҙәрен төрлө яҡлап аса. Мәҫәлән, Арслан Сафин Михайловкала питомникты күреп ҡайтҡас, үҙе лә орлоҡтарҙан ағас ултыртыу эшенә ныҡлы тотона, ошо юҫыҡта ғилми-тикшеренеү эшен алып бара. Лидер егет Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙған конкурстарҙа уңышлы сығыш яһап, урындар яулай. Республика үҙәгенең «Экорост» гәзитендә Арслан Сафин, Динис Усманов, Руслан Безбородовтың мәҡәлә-интервьюлары донъя күрә. Уларҙың урмансылыҡ эше буйынса шәхсән еңеүҙәре күп, гел беренсе-икенсе урынһыҙ ҡалмайҙар. Арслан Сафин мәктәп урмансылығы эшен «Бәйләнештә» социаль селтәрендә булдырған төркөмдә яҡтыртып бара. «Утты туҡтат» республика һүрәттәр конкурсында Индира Баймөхәмәтова беренсе, Арсен Өмөтҡужин икенсе урында билдәләнде.
— Быйыл беҙҙең өсөн бик уңышлы булды, еңеүҙәребеҙ байтаҡ. Йәш экологтар һәм мәктәп урман хужалыҡтары XXVIII Республика слет-конкурсында беҙҙең мәктәп урмансылығы командаһы беренсе урынға лайыҡ булды. Янғын хәүефһеҙлегенә арналған визит карточкабыҙ ҙа беренсегә сыҡты. Команда составындағы һәр кем беренсе булды, — ти ғорурлыҡ менән 1-се Асҡар урта мәктәбе «Йәшел урман» ойошмаһына 15 йыл етәкселек иткән М. Махийәнова.
Мәктәп урмансылығы балаларҙы илһөйәр рухта тәрбиәләгән, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятҡан ойошма булараҡ әһәмиәтле. Уҡыусылар төрлө сараларҙа сығыш яһарға, эштәрен яҡларға, аралашырға өйрәнә.
— Был еңеү — минең генә хеҙмәт түгел, күмәк эш һөҙөмтәһе. Беҙ «Әбйәлил урмансылығы» хеҙмәткәрҙәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ, улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, — тине Мәүлиҙә Камил ҡыҙы. — Район мәғариф бүлеге, 1-се Асҡар урта мәктәбе администрацияһы һәм директорыбыҙ Миләүшә Ямалова һәм класс етәкселәренә һәр башланғысты хуплап тороуҙары өсөн рәхмәт!

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас