Коронавирустың яңы штаммы таралыу эҙемтәләре ни тиклем хәүефле булыуы алдағы аҙналарҙа аңлайышлы буласаҡ, әммә ул донъя иҡтисадын тергеҙеү темпын шик аҫтына ҡуйҙы тип белдерҙе шишәмбе көндө Рәсәй президенты Владимир Путин. Шуға бәйле ул хөкүмәткә эш планын яңыртырға ҡушты.
"Рәсәй саҡыра!" инвестиция форумында күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап биреп, президент яңы мөҙҙәткә һайланыу тураһында әлегә аныҡ әйтә алмауы, был турала уйлауы хаҡында белдерҙе.
Фото Kremlin.ru сайтынан.