+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 18:20

Өфөлә инвалидтар өсөн реабилитация үҙәге асылды

Өфөлә инвалид кешеләр өсөн реабилитация үҙәге асылды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Проект республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы рәйесе Олег Ротов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республикала инвалидтар бушлай үтерлек реабилитация учреждениелары етешмәй. Ошо проект уларға шундай мөмкинлек бирә.

     Яңы үҙәктә бөтә процедураларҙы алырға мөмкин.  Улар араһында фитотерапия, массаж, парафинотерапия, сауна, барокамера һәм башҡалар бар. Һәр кешенең процедура  алдынан температура  һәм ҡан баҫымын үлсәү  мотлаҡ. Аныҡ тәғәйенләнештәр исемлеге һәр пациент өсөн айырым төҙөлә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: