+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 17:57

Һигеҙ йәшлек малай Путиндан бүләк алған

Рязань ҡалаһынан күп балалы ғаиләлә йәшәүсе һигеҙ йәшлек малай Рәсәй Президенты Владимир Путиндан бүләк алған.  #ВладимирПутин

Октябрь урталарында уҡыусы малай Путинға хат яҙып ебәрә. Унда ул ете балалы ғаиләлә йәшәүе, уға мәктәптә уҡыу һәм төрлө проекттарҙа ҡатнашыу оҡшауы тураһында яҙа. Ул уҡыуҙа  планшет кәрәклеген һәм Президенттан уны алырға ярҙам итеүен һорай.

   Ошо көндәрҙә Рязань уҡыусыһы Петр Обувалин Рәсәй Президенты Владимир Путиндан бүләк алған. Был планшетты малайға өлкә губернаторы Николай Любимов тапшырған. Губернатор  менән осрашыу барышында уҡыусы малай киләсәктә министр булырға һәм ата-әсәһе кеүек  ҙур ғаилә ҡорорға теләүе тураһында һөйләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: