Йәмғиәт
3 Декабря 2021, 09:38

Ташламалы ун көнлөк башлана

«Осҡон» гәзитенә 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылғандар араһында барған «Аҙна һайын бүләк!» уйынының сираттағы еңеүсеһе — Ғәбдин ауылынан Зәкиә Мөхәмәтдинова. Ул электр сәйнүге отто.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ташламалы ун көнлөк башланаТашламалы ун көнлөк башлана
Ташламалы ун көнлөк башлана

«Осҡон» гәзитенә 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылғандар араһында барған «Аҙна һайын бүләк!» уйынының сираттағы еңеүсеһе — Ғәбдин ауылынан Зәкиә Мөхәмәтдинова. Ул электр сәйнүге отто. Еңеүсене паспорт, ИНН һәм СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләген редакциянан килеп алыуын көтөп ҡалабыҙ.
Һеҙ ҙә бер юлы гәзитле лә, бүләкле лә булырға теләһәгеҙ, «Осҡон»ға яҙылып, квитанция күсермәһен Асҡар, Ленин урамы, 14а адресы буйынса редакцияға ебәрегеҙ. Киләһе аҙнанан ике приз уйнатасаҡбыҙ.
Гәзит-журналдарға ошоға тиклем яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ: 6 декабрҙән ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Осһоҙораҡ хаҡҡа «Осҡон»ға яҙылып ҡалыу өсөн почтальондарға, почта бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә кәрәк, Асҡарҙа йәшәүселәр редакцияның үҙенә килеп яҙыла ала.
Яратҡан баҫмаларығыҙға шулай уҡ rbsmi.ru. сайтында онлайн яҙылырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының «Яҙылыу» бүлегендә баҫма йәиһә электрон булған гәзит-журналды һайлау мөмкинлеге бар.
Редакция иғлан иткән «Осҡон» бүләк ит!» акцияһын район Советы депутаты Ҡотдос Ғәзизов күтәреп алды. Ул үҙенең өс һайлаусыһына һәм ике ауылдашына киләһе ярты йыллыҡҡа «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас