Йәмғиәт
7 Декабря 2021, 05:30

Путин балаларҙың теләктәрен тормошҡа ашыра

Президент быйыл да “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Акция сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле, етем һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Президент быйыл да “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты. Акция сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле, етем һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балаларҙың Яңы йыл теләктәрен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Владимир Путин шыршынан өс шарҙы һайланы.

Беренсе шар Мәскәү өлкәһенән гитара тураһында хыялланған үҫмерҙеке булып сыҡты. Икенсеһе – Бүрәт Республикаһынан  үҙен янғын һүндереүсе ролендә һынап ҡарағыһы килгән 5 йәшлек малайҙыҡы. Өсөнсө шар эйәһе – Ставрополь  крайынан 13 йәшлек ҡыҙыҡай Мариин театрында “Аҡҡош күле”н күргеһе килә.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас