Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Джо Байден видеобәйләнеш буйынса һөйләште. Әңгәмә журналистарһыҙ үтте, тип хәбәр итә ТАСС. Улар бик күп мәсьәләләр, шул иҫәптән Украина тирәләй көсөргәнеш артыу хаҡында әңгәмәләште, тип хәбәр итә РИА Новости.
Рәсәй лидерының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Путин менән Байдендың һөйләшеүҙәрен үткәреү ҡарары лидерҙарҙың проблемаларҙы бергәләп тикшереү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүе хаҡында һөйләй.
Фото Pixabay сайтынан.