Йәмғиәт
10 Декабря 2021, 09:30

Сибайҙа 4-се пар игеҙәктәр тыуған

Сибай ҡалаһынан Алишер Мәхмүт улы һәм Зарифа Абдубаннобовна Холкуновтарҙың игеҙәк улдары тыуған. Сабыйҙарҙың өс апайы бар. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сибай ҡалаһынан Алишер Мәхмүт улы һәм Зарифа Абдубаннобовна Холкуновтарҙың игеҙәк улдары тыуған. Сабыйҙарҙың өс апайы бар.

Биш балалы ишле Холкуновтар ғаиләһенә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сибай ҡала хакиммиәте етәкселеге иһә малайҙарға ике урынлыҡ коляска бүләк итәсәк. Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас