Рәсәй президенты Владимир Путин ғаиләләге көсләү тураһындағы законды эшләү барышында ғаилә мәнфәғәттәре тураһында онотмауҙарын үтенде. Был турала ул Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ултырышында белдерҙе, тип хәбәр итә РИА «Новости».
Шул уҡ ваҡытта президент законды эшләүҙәрен күҙәтеп барыуын да билдәләне, ундағы төп ҡаршылыҡтар бөтөрөлгән дә инде.
Элегерәк ғаиләләге көсләү тураһындағы законға ҡаршы Православие сиркәүе вәкилдәре сығыш яһағайны. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был законды индереү ғаиләләрҙән балаларҙы тартып алыу осраҡтарына килтерергә мөмкин.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Sputnik / Mikhail Metzel / Reuters