

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың 10 декабренән 2022 йылдың 10 ғинуарына тиклем «Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсына документтар ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн муниципалитеттарға үҙ биләмәһендәге иң яҡшы яңы йыл ҡаласығын һайлап алып, министрлыҡҡа ғариза ебәрергә кәрәк.
Конкурс ҡалалар өсөн тәғәйенләнгәндән тыш, ауыл биләмәләрендә «Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығығы",«Күп фатирлы йорттар биләмәһендә иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы» номинациялары буйынса уҙғарыла
Конкурса йомғаҡ 11-19 ғинуарҙа яһала. Еңеүселәр дипломдар һәм 100 мең һумдан 2,5 миллион һумғаса аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Был аҡсаны еңеүсе тип табылған муниципаль берәмекте йәки йорт яны биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28-се йорт, 427-се бүлмә адресына йәкиnovogodniigorodok@gmail.com электрон почтаһына ҡабул ителә.