+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 14:12

Мобилизация резервын туплау дауам итә

Башҡортостандан үҙ теләге менән мобилизация резервына инеүгә контракт төҙөгән 600-гә яҡын хәрби иҫәптә торған ир-егет, ноябрҙә, өс аҙна дауамында Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡасаба-һы янындағы хәрби лагерҙә әрме шарттарындағы йыйында булды. Шулар иҫәбендә әбйәлилдәр ҙә еңел булмаған һынауҙарҙа ныҡышмалылыҡ, түҙемлек өлгөһө күрһәтте.

Мобилизация резервын туплау дауам итә
Мобилизация резервын туплау дауам итә

Һүҙҙе башта мобилизация резервының асылын аңлатыуҙан башлайыҡ. Кешеләрҙең мобилизация резервы РФ Президенты Владимир Путиндың мобилизацион ресурстарҙы әҙерләү һәм туплауҙың яңы системаһын индереү тураһындағы Указы нигеҙендә төҙөлә. Уға ярашлы, Рәсәй Хөкүмәтенә һәм төбәктәрҙең хакимиәт органдарына, хәрби комиссариаттарға запастағы граждандар резервын туплауға бәйле сараларҙы ойоштороуҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән. Шуны билдәләп үтеү зарур: бер кем дә мәжбүри рәүештә резервсылар сафына алынмай. Быны һәр кем үҙе хәл итә. Рәсәй Оборона министрлығы менән мобилизация ресурсында булыуға контракт төҙөүселәрҙең уҡыуҙар һәм хәрби йыйындар ваҡытында тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булыуы, страховкаланыуы гарантиялана, бынан тыш, улар ай һайын аҡсалата түләм ала. Граждандар уҡыуҙа һәм йыйындарҙа саҡта уларҙың эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Эш биреүсе лә отолоп ҡалмай: сығымдарҙы Оборона министрлығы компенсациялай.
Йәйгеһен, ил башлығының Указы көсөнә инеү менән, район хәрби комиссариаты халыҡ араһында мобилизация резервы тупланыуы, уның шарттары тураһында мәғлүмәт таратыу эшен башлай. Район хакимиәтенең ярҙамы менән ҙур баннер эшләнә, йәмәғәт урындарында плакаттар эленә, мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә лә яҡтыртыла. Һөҙөмтәлә район буйынса хәрби хеҙмәт үткән, хәрби званиеға эйә булған запастағы 18 ир-егет РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Ләкин улар араһынан өс кеше ғаилә хәле һәм башҡа етди сәбәптәр буйынса, йыйындар һәм уҡыуҙар башланмаҫ элек үк, килешеүҙе өҙгән. Шулай итеп, 8-27 ноябрҙә Әбйәлилдән 15 кешегә Тоцкиҙа йыйында булырға тура килгән. Үҙ ғүмерҙәрендә икенсе тапҡыр әрме һурпаһын татыған ир-аттар менән ошо көндәрҙә район хәрби комиссариатында «түңәрәк өҫтәл» артында осраштыҡ. Һөйләшеүҙә хәрби комиссариаттың мобилизация бүлеге начальнигы, подполковник М. В. Гребенщиков, мобилизация резервына граждандарҙы туплау менән шөғөлләнеүсе белгестәр — бүлек начальнигы ярҙамсылары Г. А. Мырҙабаева, Э. Р. Туйсина ҡатнашты.
Улар төрлө ауылдарҙан, төрлө йәштәге, төрлө хәрби звание йөрөткән һәм социаль статустары буйынса ла бер-береһенән айырылған ир-уҙамандар. Бөтәһен берләштергән төп һыҙат — әүҙем гражданлыҡ позицияһы, ҡыйыулыҡ һәм саялыҡ. Максим Валентинович улар тураһында хәрби йыйын йомғаҡтары буйынса тик яҡшы һүҙҙәр ишетеүе, бер кемдең дә контрактты өҙмәүе, физик һәм рухи яҡтан ныҡ булыуы, ҡайһы бер иптәштәрҙең грамоталар менән бүләкләнеп, звание буйынса күтәрелеп ҡайтыуҙары беҙҙең өсөн ғорурлыҡ тине. Әлбиттә, комфорт зонаһынан — өй мөхитенән айырылып, хәрби шарттарға күсеүгә бөтәһе лә тиҙ генә күнегеп китә алмай. Һәүетемсә аҡҡан тыныс тормошто физик нормативтар үтәү, полигонға күнекмәләргә йөрөү, окоп ҡаҙыу, марш-бросоктар һәм ҡоралды һүтеп-йыйыу, атыу һәм башҡа хәрби заданиелар алмаштырғанда физик әҙерлектән тыш, тимерҙәй ныҡлы ихтыяр ҙа кәрәк. Армиялағыса тәртипкә күнә һәм түҙә алмаған республиканан 22 ир-егет контрактты өҙөп, йыйындан ҡайтып киткән. Улар иҫәбендә беҙҙең егеттәр булмауы ҡыуаныслы, тип билдәләне бүлек начальнигы.
Мобилизация резервында булыуға запастағы граждандар үҙ теләге менән алынһа ла, кандидаттарға талаптар бар. Улар сәләмәтлек хәле буйынса хеҙмәткә яраҡлы, хөкөм ителмәгән һәм 40 йәшкә тиклем булырға тейеш. Кандидаттарҙы һайлап алыу ике этапта башҡарыла. Башта район хәрби комиссариатында әңгәмәләшеү, медицина тикшеренеүе, профессиональ-психологик тест башҡарыла, физик әҙерлек һынала, алкоголизм, наркомания кеүек насар ғәҙәттәргә эйә булмауы, документаль нигеҙҙә хөкөм ителмәүе, суд приставтарында эш асылмауы тикшерелә. Ошо уҡ процедураларҙы БР хәрби комиссариатында тағы ла үткәндән һуң контрактҡа ҡул ҡуйыла. Бәғзе райондарҙан барыусылар мобилизация резервында булыуға яраҡлы түгел тип кире боролһа, беҙҙең райондыҡылар барыһы ла Өфөлә һайлауҙы уңышлы үткән. Был иһә хәрби комиссариаттың мобилизация бүлеге хеҙмәткәрҙәренең резервсылар һайлау буйынса ентекле эше күрһәткесе. Әйткәндәй, район хәрби комиссариаты алдында юл-транспорт мәсьәләһе тыумаған. Был йәһәттән район хакимиәтенең ярҙамы, атап әйткәндә, Әбйәлил башлығы И. Т. Нафиҡовтың һәм уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары А. Р. Дәүләтбаевтың һәр ваҡыт ыңғай ҡарашы телгә алынды.
Егеттәргә лә һүҙ бирелде. Ташбулаттан Нияз Байдәүләтов ғаиләһен, эшен ҡалдырып, контракт нигеҙендә, хәрби йыйында ҡатнашҡан. Ул Магнитогорскиҙа һаҡ предприятиеһында эшләй. Нияздың ҡарарына эшендә лә, ғаиләһендә лә ҡаршы төшөүселәр булмаған. Сержант хәрби частың 3-сө батальонында радиация һәм химик-биологик йүнәлеш буйынса инструктор вазифаһын башҡарған. «Кубриктарҙа йәшәнек. Көн һайын 15 саҡрым йәйәүләп полигонға йөрөнөк. Ашатыу сифаты зарланырлыҡ булманы. Мин был йыйынды лайыҡлы үтә алдым», — тине ул.
Үтәгәндән Вилдан Ихсанов хәрби йыйын һәм армия араһындағы айырмаларҙы барланы. «Казармалағы һымаҡ бөтәһе бергә йәшәмәй, туҡланыу яҡшы ойошторолған», — ти һалдат итеген күптән сискән 39 йәшлек уҙаман. Уҡсылар полкы рядовойы, Дәүләттән Рамаҙан Хәсәнов, киреһенсә, яңыраҡ саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан. Ул хәрби йыйында үҙен ыңғай яҡтан, тәртипле һәм башҡарыусан, әҙерлек программаһын яҡшы үҙләштергән, уҡыуҙарҙа әүҙем ҡатнашҡан, вазифауи бурыстарын намыҫлы үтәгән хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Сиҙәмдән прапорщик Руслан Сәйфуллин хәрби полиция вазифаһын башҡарған. Ул да хәрби йыйын ваҡытында вазифауи бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн Башҡортостандың хәрби комиссары М. Блажевичтың грамотаһына лайыҡ булған. Хәмиттән Ишморат Мөлөков һәм Гусевтан Салауат Ғәлиуллинға, штат расписаниеһына ярашлы, сержант званиеһы бирелгән. Хеҙмәт итеү ҡылыҡһырламалары нигеҙендә башҡаларға ла сираттағы звание биреү көтөлә.
М. В. Гребенщиков мобилизация резервы контракты буйынса бурыстарҙы үтәү ир-аттарҙың гражданлыҡ эшенә ҡа-масау булмауына баҫым яһаны. Резервта тороусы граждандар йыйындар һәм уҡыуҙар мәлендә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм медицина хеҙмәте менән тәьмин ителеүен, хәрби званиеға һәм башҡарған вазифаға ҡарап, һәр көн өсөн аҡсалата түләм алыуҙары менән бер рәттән тулы кимәлдә уларға эш хаҡы ла барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш Оборона министрлығы резервсыларға контракт дауамында (ул өс йылға төҙөлә) ай һайын өс мең һумдан башлап һәм званиеға ярашлы унан юғары күләмдә аҡса түләй. «2022 йылдың 1 ғинуарынан түләмдәр 100 процентҡа арттырыла. Эш хаҡынан тыш өҫтәмә аҡса алыу бер кемгә лә артыҡ булмаясаҡ», — тине Максим Валентинович. Әйткәндәй, резервсылар араһында эшһеҙҙәр ҙә, үҙмәшғүлдәр ҙә, хатта етәкселәр ҙә бар. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы директоры Салауат Зәйнуллин шулай уҡ хәрби йыйында ҡатнашҡан. Уҡыуҙар ваҡытында фиҙаҡәрлек өлгөһө күрһәткәне өсөн запастағы лейтенантҡа район хәрби комиссариаты сираттағы хәрби званиеһын биреүгә документтар әҙерләй. Йыйында ҡатнашыусыларҙың эш урындарына ла рәхмәт хаттары ебәреләсәк. Резервсылар йылына бер тапҡыр хәрби йыйынға саҡырыласаҡ, ара-тирә өсөшәр көнгә Әлкәләге хәрби часкә уҡыуҙарға йүнәлтеләсәк.
Мобилизация резервын тулыландырыу 2022 йылда ла дауам итә. Уға ҡушылырға теләүсе 40 йәшкә тиклемге запастағы граждандарға район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кандидаттарға талаптар үрҙә һанап үтелгәнсә үк ҡала.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: