Йәмғиәт
14 Декабрь 2021, 03:55

Сүплектәр контролгә алына

РФ Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы ил биләмәһендәге бөтә полигондарҙы һәм сүплектәрҙе берҙәм исемлеккә индерергә һәм улар тураһында мәғлүмәтте айырым порталға урынлаштырырға ниәтләй.

"Экология" милли проекты сиктәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары милекселәре, уларҙы төҙөкләндереү, нисә тонна сүп-сар индерелеүе тураһында мәғлүмәт һәм ҡалдыҡтарҙың тирә-яҡ мөхиткә нисек тәьҫир итеүе тураһында белешмә ведомствоға ебәрелергә тейеш. Отчеттар йыл һайын 31 мартҡа тиклем алына. Бығаса бындай отчет биш йылға бер тапҡыр бирелә ине. Бынан тыш ябылған, рекультивацияланған сүплектәр хаҡында ла ошо уҡ йылда документ әҙерләнергә тейеш. Ҡалдыҡтарҙы туплау алымы ла күрһәтелеүе мотлаҡ. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы урындағы тәбиғәттән файҙаланыу ведомстволары полигонды берҙәм реестрға индереү мәсьәләһен хәл итә һәм ҡалдыҡтар бер урында ныҡ күбәйеа китһә, уларҙы рекультивациялау йәки икенсе яҡҡа күсереү шарттарын ҡарай.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас