+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 11:00

Байым почтальондары һынатмаҫ

Киләһе йылға гәзиткә яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро — ташламалы хаҡ буйынса ун көнлөк бара.

Байым почтальондары һынатмаҫ
Байым почтальондары һынатмаҫ

Киләһе йылға гәзиткә яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро — ташламалы хаҡ буйынса ун көнлөк бара. Һанаулы ғына көндәрҙән подписка тамамлана, шуға ошо мәлдә почтальондар менән уғата ныҡлы бәйләнештәбеҙ. Уларҙың үҙ урындарында бурыстарын үтәүҙәрен белеп торһаҡ та, район гәзиттәренә яҙылыу барышы менән ҡыҙыҡһынып, хатта зиттарына ла тейеп китәбеҙ. Көн дә почта бүлексәләре етәкселәренән күпме кеше яҙылды, план тулырмы икән тип күрһәткестәрҙе барлайбыҙ, мәҡәлә яҙыу-туплау эше араһында үҙебеҙ яуаплы булған төбәктәргә сығып әйләнергә ваҡыт табабыҙ. Был йәһәттән уңдым тип әйтә алам. Мин Байым биләмәһе өсөн яуаплы һәм бында, башҡаларҙан айырмалы рәүештә почтальондар менән проблемалар юҡ. Күп ауылдарҙа хеҙмәт хаҡы бәләкәй тип почтаға эшкә сығырға теләмәйҙәр, шунлыҡтан гәзиткә яҙылыусылар яңылыҡтар менән ваҡытында танышыуҙан мәхрүм.
Байым почта бүлексәһе мөдире Зөлфиә Ғәскәрова етәкселегендә эшләгән почтальондарҙың ауыр хеҙмәтенә һүҙ тейҙерерлек түгел. Улар йыл да гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса иң алдынғылар рәтендә килә. Мораҡай, Яңы Балапан һәм Йәнекәй ауылдарын хеҙмәтләндергән Миләүшә Нафиҡова, Яйҡар менән Рәхмәт ауылдарында — Рәзилә Сабирова, Аһылайҙа Әлфиә Йомағужина, Ғәбдиндә Гөлсирә Хәлилова, Иҫке Балапанда Гөлназ Йыһаншина, Байымда Гөлназ Ғатауллина эштәрен яуаплылыҡ менән башҡара. Ауырлыҡтарға ҡарамай, һөнәрҙәренә тоғро ҡалған, район гәзитен уҡыусылар менән беҙҙе бәйләп торған почтальондарға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уңыштар теләнек. Улар үҙҙәре лә «Осҡон» менән «Абзелил» гәзиттәрен элеккесә кимәлдә яҙҙырасаҡтарына ышандырҙы. Байым төбәгендә дөргөн, дәртле халыҡ йәшәй, шуға ла улар почтальондар менән бергә матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын дәррәү үтәп сығырҙар, планды тултырырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: