+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Декабрь 2021, 09:50

Депутат «Осҡон» бүләк итте

Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды, тимәк, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ахырына яҡынлаша. 2022 йылда «Осҡон»һоҙ ҡалмаҫ өсөн почта бүлексәләренә барып, йәиһә почтальондарға мөрәжәғәт итеп, абонемент тултырығыҙ.

Депутат «Осҡон» бүләк итте
Депутат «Осҡон» бүләк итте

Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды, тимәк, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа ахырына яҡынлаша. 2022 йылда «Осҡон»һоҙ ҡалмаҫ өсөн почта бүлексәләренә барып, йәиһә почтальондарға мөрәжәғәт итеп, абонемент тултырығыҙ. Яратҡан баҫмаларығыҙға шулай уҡ rbsmi.ru. сайтында онлайн яҙылырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ сайтының «Яҙылыу» бүлегендә баҫма йәиһә электрон булған гәзит-журналды һайлау мөмкинлеге бар.
Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ ҙа, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрергә онотмағыҙ, йыл аҙағынаса «Осҡон»ға яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатыу дауам итә. Нәшриәт йортонан ҡиммәтле бүләктәр оторға теләһәгеҙ, «Осҡон»ға һәм тағы бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанцияларығыҙҙы Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 46 адресы буйынса ебәрегеҙ.
Ошо аҙналағы уйында тағы ике «бәхетлене» билдәләнек. Был юлы еңеүселәр исемлеген Хәлилдән һәм Амангилденән гәзит уҡыусыларыбыҙ тулыландырҙы. Шулай итеп, Хәмит Мусин күсереп йөрөтмәле лампа отһа, Сәкинә Мәхмүтова үтек аласаҡ. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! ИНН, СНИЛС, паспорт күсермәләрен тотоп, редакцияға килергә кәрәк.
Редакция иғлан иткән «Осҡон» бүләк ит!» акцияһына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты З. З. Байғусҡаров ҡушылды. Зариф Закир улы күп балалы ғаиләләргә һәм яңғыҙаҡ ололарға — барлығы 5 дана «Осҡон» гәзитен яҙҙырҙы. Был изгелек акцияһын артабан кем дауам итер? Район, ауыл Советы депутаттарынан, эшҡыуарҙарҙан ғына түгел, изгелекле кешеләрҙең барыһынан да тәҡдимдәр көтәбеҙ.

Һүрәттә: Ғәбдин ауылынан Зәкиә Мөхәмәтдинова сәйнүк отто.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: