Йәмғиәт
22 Декабря 2021, 10:53

Путин менән Лукашенко осрашырҙармы?

Яңы йылға тиклем булыр тип көтөлә.

28 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Белоруссия лидеры Александр Лукашенконың Санкт-Петербургта  осрашыу уҙғарыуҙары ихтимал. Кремль вәкиле Дмитрий Песков ошо хаҡта белдерҙе, тип яҙа ТАСС.

13 декабрҙә дәүләт башлығының матбуғат секретары Путин һәм Лукашенко Яңы йылға тиклем осрашырға һөйләште, әммә был датаны өҫтәмә рәүештә аныҡларға вәғәҙә биргәйне. Бынан алда Белоруссия президенты Александр Лукашенко Рәсәй башлығы Владимир Путин менән мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләгәйне. Уның һүҙҙәренсә, лидерҙар даими бәйләнештә. Шуның менән бергә дәүләт башлығы уларҙың  киләсәккә дөйөм эш планлаштырыуҙарын өҫтәне.

Фото дәүләт башлығының рәсми сайтынан.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас