Был турала указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Ошо хаҡта Рәсәй Йәмәғәт палатаһы сайтында хәбәр ителә.
Рөстәм Нәбиев - Башҡортосанда һәм Рәсәйҙә киң билдәле шәхес. Ул Омскиҙа һалдаттар казармаһы емерелгәндә иҫән ҡала, ләкин ике аяғын да юғалта. Көслө ихтыярлы егет ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Рөстәм бөгөн параспортсы, блогер, ҡулдары менән Рәсәйҙең һәм Европаның иң юғары нөктәһе Эльбрусҡа менеп еткән тәүге кеше булараҡ билдәле.