Йәмғиәт
25 Декабря 2021, 03:15

Иң уңғандар һәм йүнселдәр

“Йыл эшҡыуары – 2021” республика бәйгеһе еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы сиктәрендә үтте. #нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Республика этабына 46 муниципалитеттан 109 ғариза килде. Эксперт комиссияһы 16 номинация буйынса еңеүселәрҙе билдәләне, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Бәйге иң яҡшы эшҡыуарлыҡ өлгөләрен популярлаштырыуға, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән иң уңышлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын билдәләүгә һәм дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү” дәүләт программаһын  тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте. Сараны БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты ойошторҙо.

Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас