

Беҙ, байтаҡ ғүмер кискән өлкән кешеләр, Яңы йылды балалар өсөн көтөп алынған мөғжизәле байрам иткән Ҡыш бабай һыны артында ата-әсәләр “йәшенгәнен” яҡшы беләбеҙ. Үҙебеҙ ҙә был ролгә инеп, ғәзиз балаҡайҙарыбыҙҙың хыял-теләктәрен ысынбарлыҡҡа ашырабыҙ. Әммә бөтә бәләкәстәргә лә атай-әсәй наҙын татып үҫергә яҙмай шул. Улар ҙа байрам бүләктәрен көтә, Ҡыш бабай килеренә, мөғжизә булырына ышана. Әсәһен йәки атаһын юғалтҡан, тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән кескәйҙәрҙең өмөт-ышаныстарын аҡлап, район Советы депутаты Ҡ. М. Ғәзизов Яңы йыл байрамы алдынан үҙенең һайлау округынан – Хәлил һәм Әлмөхәмәт ауыл биләмәләренән һәм тыуған ауылы Ҡырҙастан балаларға бүләктәр таратып ҡыуандырҙы.
Ҡотдос Мәһәҙи улы бишенсе йыл инде Ҡыш бабай тоғона бүләктәрен һәм күстәнәстәрен һала. Уның был изге башланғысына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән улы Айгиз да ҡушылған. Алдағы йылдарҙа Яңы йыл күстәнәстәрен өйҙәр буйлап таратып сыҡһалар, был юлы ике ауыл биләмәһенән 14 баланы Хәлил мәҙәни-ял үҙәгенә шыршы байрамына саҡырғандар. Ҡырҙастар ҙа был иртәлеккә килергә тейеш булған, ләкин көн һыуыҡ булыу сәбәпле, улар юлға сыҡмаған.
Сара бик күңелле һәм йылы мөхиттә уҙған. Карнавал костюмдарында һәм матур күлдәктәрҙә килгән байрам ҡунаҡтары өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күңелле уйындар, йыр-бейеүҙәр ойошторған. Байрамда ҡатнашыусы Ҡ. М. Ғәзизов балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергән. Аҙаҡтан Ҡыш бабай депуттатың бүләктәрен таратҡан.