Йәмғиәт
1 Января 2022, 07:00

Байрам тылсымын юғалтманы

Райондан 221 инвалид бала байрам бүләген алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам тылсымын юғалтманыБайрам тылсымын юғалтманы
Байрам тылсымын юғалтманы

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар йыл һайын саҡырыу алған район башлығының шыршы байрамы эпидемиологик хәлгә бәйле был юлы уҙғарылманы. Яңы йыл иртәлеген үткәреү Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан ҡәтғи рәүештә тыйылды. Әммә мөғжизәле байрам бының менән һис тә тылсымын юғалтманы. Район хакимиәте әҙерләгән күстәнәстәр һәм ҙур йомшаҡ уйынсыҡ тәғәйен булған һәр балаға барып етте.

Байрам бүләктәрен тапшырыуҙы урындарҙа үҙидара органдары һәм ауыл биләмәләренең инвалидтар ойошмалары үҙ өҫтөнә алды. Байрам көтөп ултырған бәләкәстәрҙә байрам кәйефен тыуҙырыу өсөн мәҙәниәтселәр ҙә өлөш индерҙе. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәр баланы өйҙәренә барып ҡотланы. Ҡайһы бер биләмәләрҙә иһә, атап әйткәндә, Хәлилдә, Ташбулатта инвалид балалар өсөн шыршы байрамы ойошторолдо.  Балалар көткән мөғжизә тормошҡа ашты.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас