

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән Динир күптәнән планшет тураһында хыялланған. Уның хыялын “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә район башлығы Илдар Нафиҡов Ҡыш Бабай сифатында бойомға ашырған.
Планшет Динир Хәмитовҡа уҡыуында ярҙам итәсәк, онлайн режимда тиҫтерҙәре менән аралашырға һәм донъяны интернет селтәре аша танып белергә булышлыҡ итәсәк
“Яңы йыл алдынан мөғжизәләр була. Асҡарҙа йәшәгән Динир Хәмитовтың бәләкәй генә теләген тормошҡа ашыра алыуым менән бәхетлемен” — тип яҙған Илдар Таһир улы үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә