

—“Осҡон”до үҙемде белә-белгәндән уҡыйым. Иң элек, гәзиттең аҙаҡҡы битен ҡарап сығам, райондаштарымдан кемдәр матур юбилейҙарын билдәләгән, кемдәр мәңгелек донъяға күскән — былар хаҡында һуңғы биттән мәғлүмәт алабыҙ бит. Эштә ал бирмәгәндәр, матур ғаилә ҡорғандар, тәрбиәле балалар үҫтергәндәр хаҡында матур-матур һүрәтләмәләр уҡып, улар өсөн шатланам. Район-республикалағы яңылыҡтар менән ҡыҫҡаса таныштырған “Яңылыҡтар” рубрикаһы уҡымлы, — ти Мөғлифә апай.
Михайловка ауылының ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе булған Мөғлифә Нух ҡыҙы “Осҡон”дан тыш, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Йәшлек” баҫмаларын алдыра. Киләһе ярты йылға “Киске Өфө”гә лә яҙылған.