

Декабрь аҙағында Өфөлә “Башҡортостан” концерт залында үткән йәш геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында Мәхмүт ауылынан Фидан Килдейәров күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының грамотаһы менән бүләкләнде.
Бындай бүләккә Фидан һыуҙа бата яҙған алты йәшлек Данисты ҡотҡарған өсөн лайыҡ булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был хәл 27 майҙва Ҡыҙыл йылғаһында була. Фажиғәғә тарыған малайҙы Фидан һыуҙан сығарып алыу менән уға яһалма тын алдырып, бәләнән аралап ҡала. Бына шулай ҡыйыу йөрәкле батырҙар бар Мәхмүттә.