Гәзитебеҙгә яҙылып квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында барған “Аҙна һайын бүләк!” уйынында сираттағы еңеүсебеҙ Йәлембәт ауылынан булыуына һөйөндөк. Июль-декабрь айҙарында Йәлембәт ауылында почтальон эштән китеү сәбәпле, халыҡҡа ваҡытлы матбуғат, хаттар ташыуҙа өҙөклөктәр булһа ла, киләһе ярты йыллыҡта ла йәлембәттәрҙең күбеһе “Осҡон” менән бергә ҡалған, тимәк. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Т. Т. Низамова кер үтекләү таҡтаһы отто.
—Туғыҙ йыл почтала эшләнем. Быйыл почтальон булмағас, мөмкинлек сыҡҡанда, Таштимер почтаһынан йәлембәттәргә тәғәйенләнгән хаттарҙы, гәзит-журналдарҙы алып ҡайтып магазинға ҡалдырып йөрөнөм, күрше-тирәнең баҫмаларын индереп тә бирҙем. Ошо көндәрҙә Нурания Ғиниәтова почтальон булып эш башланы, тимәк, гәзит-журналдарҙы ваҡытында алып уҡырбыҙ, тип ышанабыҙ. “Осҡон”до “энәһенән ебенә” тиклем уҡыйым. Айырыуса гәзит биттәрендә игенселәр, малсылар тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым, һабантуйҙарҙа, башҡа байрамдарҙа ауыл хужалығы тармағы эшсәндәренең хеҙмәте билдәләнһә, улар өсөн шатланам. Райондаштарҙы етеп килгән яңы йыл менән ҡотлап барыһына ныҡлы сәләмәтлек, именлек юлдаш булһын, Юлбарыҫ йылына бағлаған уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, — тигән изге теләктәрен еткерҙе әбйәлилдәргә Тәнзилә Талип ҡыҙы.