Йәмғиәт
4 Января 2022, 03:05

Юбилейығыҙ менән, Азат Зиннәт улы!

Бөгөн хөрмәтле яҡташыбыҙ Азат Зиннәт улы Әхтәмов үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юбилейығыҙ менән, Азат Зиннәт улы!Юбилейығыҙ менән, Азат Зиннәт улы!
Юбилейығыҙ менән, Азат Зиннәт улы!

Бөгөн хөрмәтле яҡташыбыҙ Азат Зиннәт улы Әхтәмов үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй.

Асҡар ауылында тыуып үҫкән Азат Әхтәмов мәктәптән һуң Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрләштереү институтын  тамамлай һәм хеҙмәт юлын  1979 йылда “Йәнгел” совхозында ремонт оҫтаханаһының инженеры булып башлай. Артабан  ауыл хужалығы идаралығында баш инженер, “Йәнгел” совхозында баш инженер булып эшләй.

1986 - 1987 йылдарҙа партия район комитетында ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек бүлеген етәкләй.

1987 - 1992 йылдарҙа “Амангилде” совхозы етәксеһе вазифаһын башҡара.

1992 йылдан Әбйәлил районы хакимиәте башлығының урынбаҫары була.

2013 йылда Бөрйән районы хакимиәтененең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2015-2020 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Азат Зиннәт улын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас