Йәмғиәт
4 Января 2022, 06:35

Заһир Ғәлинға — 75 йәш!

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Заһир Әҡсән улы Ғәлин 75 йәшлек юбилейын билдәләне

Заһир Ғәлинға — 75 йәш!Заһир Ғәлинға — 75 йәш!
Заһир Ғәлинға — 75 йәш!

З.  Ә. Ғәлин 1947 йылдың 3 ғинуарында Хәлил ауылында тыуған. Башҡортостан Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, ошо уҡыу йортонда ВЛКСМ комитеты секретары була.

 1975 йылдан ВЛКСМ-дың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

1977 йылдан “Красная Башкирия” совхозында партком секретары вазифаһын башҡара, 1979 йылдан “Йәнгел” совхозы директоры  була. 1987 йылда БАССР-ҙың агросәнәғәт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

1988-1989 йылда һәм 1995-2003 йылдарҙа “Башводмелиорация” берекмәһенең генеральный директоры була. 1990 йылда БАССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләй.

 1992-1995 йылдарҙа Әбйәлил районы хакимите башлығы вазифаһын башҡара.

2003 йылдан хеҙмәт юлы Башҡорт аграр университетына менән бәйле: ситтән тороп уҡыу бүлеге деканы, менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире вазифаларын биләй. Фәнни-тикшеренеүҙәре аграр етештереүгә  идара итеү проблемаларына бәйле, З. Ә. Ғәлин 70-тән ашыу фәнни эштәр авторы.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас