

Яңы йыл конкурстарында ҡатнашырға саҡырабыҙ!
14 ғинуарға тиклем онлайн-флешмоб форматында яңы йыл конкурстары уҙғарыла.
«Яңы йылға өйҙө иң яҡшы биҙәү» конкурсты шарттары:
Яңы йыл стилендә йортто матур итеп биҙәргә;
- фотоға төшөрөргә;
- «Бәйләнештә»ге социаль селтәргә үҙегеҙ йәшәгән ауылды, урамды, йорттоң номерын күрһәтеп, #НовогоднееОформлениеДомаАбзелилхэштегы менән һалырға.
«Иң яҡшы ҡар бабайы» конкурсы шарттары:
-ҡар бабайын әүәләргә;
- фотоға төшөрөргә;
- «Бәйләнештә» селтәрендә ауылды, урамды, йорттоң номерын күрһәтеп, #ЛучшийСнеговикАбзелил хештегы менән һалырға.
14 ғинуарҙаа фотоһүрәттәр аҫтында йыйылған лайктарҙы иҫәпләү һөҙөмтәләре буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Конкурста һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.