Йәмғиәт
7 Января 2022, 11:00

Ҡыш бабайҙар парады

Бөгөн Асҡарҙа Раштыуа байрамы көнөндә мөғжизәле тамаша үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыш бабайҙар парадыҠыш бабайҙар парады
Ҡыш бабайҙар парады

 Районыбыҙҙа Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады матур йолаға әүерелде. Балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы тамашаның төп өлөшө үҙәк шыршы янында үтте. 

Асҡар урамдарында был тиклем күп Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарҙы күргәндәр улар менән бергә бейене, фотоға төштө. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнап, рәхәтләнеп күңел астылар. Яңы йыл каникулдарының онотолғоһоҙ бер көнө ғәжәйеп тәьҫораттар бүләк итте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас