Йәмғиәт
13 Января 2022, 10:19

Пенсияны индексациалауға 550 миллиард һум аҡса кәрәк

Рәсәй хөкүмәте 2022 йылда пенсияны индексациялауға 550 миллиард һум аҡса йүнәлтә.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

      Финанс министрлығында билдәләүҙәренсә бының өсөн өҫтәмә 172,7 миллиард һум аҡса талап ителә. Быйыл страховка пенсияһын индексациялауға сығымдарҙың  дөйөм күләме Рәсәй Президентының  йөкләмәһен иҫәпкә алып 549,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. "2022 йылда страховка пенсияларын индексациялау 5,9 процент кимәлендә ҡаралғайны. Рәсәй Пенсия фонды бюджетында быға 377 миллиард һум аҡса ҡаралған. Рәсәй Федерацияһы Президентының пенсияларҙы инфляциянан юғарыраҡ, 8,6 кимәлендә индексацияларға ҡушыуын иҫәпкә алып, 2022 йылда өҫтәмә 172,7 миллиард һум аҡса талап ителә. Быйыл страховка пенсияһын индексациялауға сығымдарҙың дөйөм күләме 549,7 млрд һум тәшкил итәсәк», тип белдерҙе Финанс министрлығы. Эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсия күләме 8,6 процентҡа  индексацияланғандан һуң 18 984 һум тәшкил итәсәк, был 30,8 миллион кешегә ҡағыла. Индексациялауға өҫтәмә рәүештә 170 млрд һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас