Әгәр ғаилә беренсе балаға әсәлек капиталын алмаған икән, беренсе балаға әсәлек капиталы күләме - 524,5 мең һум, икенсеһенә 693,1 мең һум тәшкил итәсәк. Икенсе бала тыуғанда өҫтәмә түләү күләме, әгәр ғаилә беренсе бала тыуғанда әсәлек капиталы алған булһа, 168,6 мең һум тәшкил итәсәк. Әсәлек капиталынан тыш, 1 февралдән башҡа пособиелар ҙа 8,4 процентҡа индексациялана. Унда, ветерандарға түләүҙәр, йөклөлөк һәм бала табыу, эшләмәгән граждандарға 1,5 йәшкә тиклемге сабый тәрбиәләү буйынса пособиелар, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, радиоактив йоғонтоға дусар булған граждандарға компенсациялар һәм башҡа социаль ярҙам саралары ҡаралған.