Йәмғиәт
14 Января 2022, 05:00

Әсәлек капиталы арта

“Демография” милли проектына ярашлы бала тыуғанда йәки уллыҡҡа алған ғаиләләргә Әсәлек капиталы түләнә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәлек капиталы артаӘсәлек капиталы арта
Әсәлек капиталы арта

2022 йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталының күләме индексацияланып, 8,4 процентҡа артасаҡ.   2007 йылдан башлап бындай дәүләт ярҙамына икенсе балаһы тыуған йә уллыҡа алған ғаиләләрҙең хоҡуғы бар ине. Шулай уҡ быға тиклем Әсәлек капиталы хоҡуғын ҡулланмаған ғаиләләрҙә өсөнсө һәм артабан тыуған балаларҙың ата-әсәһе лә дәғүә итә ала. Быйыл икенсе бала өсөн түләү 693,1 мең һумға тиң.

2020 йылдан башлап тәүге бала өсөн дә Әсәлек капиталы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Улар өсөн капиталдың суммаһы 524,5 мең һум буласаҡ, ә икенсе сабыйға, беренсе бала өсөн Әсәлек капиталы хоҡуғы менән файҙаланған хәлдә, был сумма 168,6 мең һум тәшкил итәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас