Йәмғиәт
19 Января 2022, 07:00

Милли проекттарға - 35 миллиард һум!

ФАП-тар, дауаханалар, юлдар яңырасаҡ.

Милли проекттарға - 35 миллиард һум!Милли проекттарға - 35 миллиард һум!
Милли проекттарға - 35 миллиард һум!

Быйыл Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 35 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә. Был хаҡта республика хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.

«Ошо йылдар эсендә иң ҙур сумма - 35 миллиард һум самаһы ҡаралған. Шуның 27 миллиард һумдан ашыуы федераль бюджет финанслаясаҡ, - тип билдәләгән вице-премьер. - Милли проекттарҙан нимә көтөргә? Әгәр иң ҙурҙарын әйткәндә, 44 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 85 автомобиль һәм һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн меңләп ҡорамал һатып алынасаҡ. Өфөлә, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы һәм Дыуан райондарында дүрт поликлиника, шулай уҡ Мәсетле районында дауаханалар, Өфөнөң «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендә мәктәп төҙөлә башлаясаҡ. Бынан тыш, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡта һәм Өфөлә гимназияларҙы реконструкциялау, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү дауам иттереләсәк. Өҫтәүенә - Өфө ҡурсаҡ театрын яңыртыу башлана.
«Әлбиттә, юл төҙөлөшө буйынса пландар ҙур. Ул - «Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы», «Көнсығыш сығыу юлы» автомобиль юлы, Өфөнән М-5 «Урал» трассаһы. Шулай уҡ парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереүгә айырым баҫым яһаласаҡ. Яңы проекттар ҙа барлыҡҡа килде - «Рәсәй йәштәре», «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын модернизациялау» һәм «Туристик инфраструктураны үҫтереү». Уларҙы бойомға ашырыуға әүҙем ҡушылыу мөһим», - тип йомғаҡ яһаған Илшат Тажетдинов.
Милли проекттар Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас