Йәмғиәт
19 Января 2022, 06:20

Яңғыҙ атайҙарға ярҙам кәрәк

Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән ғаилә башлыҡтары "әсәлек капиталы"н алырмы?

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңғыҙ атайҙарға ярҙам кәрәкЯңғыҙ атайҙарға ярҙам кәрәк
Яңғыҙ атайҙарға ярҙам кәрәк

Дәүләт Думаһында яңғыҙ атайҙарҙың “әсәлек капиталы”на хоҡуғын киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды. Был хаҡтағы закон проекты пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа хупланды.

Закон проекты 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән атайҙарға ҡағыла. Шулай уҡ вафат булған әсәләре Рәсәй гражданлығына эйә булмаған осраҡта, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған, Рәсәй гражданлығы алған, беренсе балаһын тәрбиәләгән атайҙарға ла ҡағыласаҡ.

Дәүләт Думаһы балаһын  яңғыҙы тәрбиәләгән атай вафат була ҡалғанда сабыйҙарҙы яҡлау  буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә уйлай. Был осраҡта “әсәлек капиталы”на хоҡуҡты  балаларға тигеҙ өлөштәрҙә  күсереү мөмкинлеге ҡарала.

“Әсәлек капиталы” – ғаиләләргә 2007 йылдан алып “Демография” милли проектына ярашлы күрһәтелгән социаль ярҙам сараһы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас