

Тап Яңы йыл алдынан Буранғолда йәшәүсе Тайыповтар йортона биләмә башлығы Ф. Ш. Мәхмүтов оҙатыуында район башлығы И. Т. Нафиҡов, уның беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов, социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫар А. Р. Дәүләтбаев ҙур миссия менән килде. Район етәкселәре был йортта гөрләтеп донъя көткән һөйөклө кәләш, егәрле килен һәм иң ҡәҙерле әсәй — Гөлназ Марсель ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы менән бергә балаларға Ҡыш бабай күстәнәстәрен тапшырҙы.
Гөлназ — Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы. Башҡорт медицина колледжын тамамлағас, республика клиник дауаханаһында эш башлай. Ике йылдан үҙәк район дауаханаһына фельдшер-лаборант булып ҡайта. Ғаилә ҡорғас, Буранғол ауылындағы участка дауаханаһына эшкә күсә.
Кәләшен төп йортҡа — атай нигеҙенә алып ҡайта Рөстәм Әкрәм улы. Гөлназ иһә килен булып төшкән еренә таштай батып, тырышып донъя көтә. Әйткәндәй, татыу ҡәйнә-килен булып Әсмә Сабирйән ҡыҙы менән бергә тороуҙарына 21 йыл инде хәҙер. Наҙлы ҡатын ҡыҙ табыр, уңған ҡатын ул табыр тигәндәй, үҙенә иптәш итеп бер ҡыҙға һәм атайҙарына иш, ярҙамсы булырҙай дүрт улға әсә була ул. Ҙур ҡарағай йорт өрлөгөндәге ҡаҙауға биш тапҡыр сәңгелдәк эленә, өй эсендә шатлыҡлы балалар ауазы артҡандан-арта.
Ғаилә, бала-саға — күңелле мәшәҡәттәргә күмелгән ҡатын ауыл ерендә кәрәкле һөнәр үҙләштереү тураһында ла уйламай ҡалмай. Тормош иптәшенең, ҡәйнәһенең терәген тойоу уҡытыусыға уҡыу тураһындағы ниәтен тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Ситтән тороп уҡып БДУ-ның биология факультетын тамамлап мәктәптә эш башлай. Ул ғына түгел, география уҡытыусыһына ихтыяж тыуғас, квалификацияны үҙгәртеү буйынса йәнә уҡырға була. Шулай итеп, Буранғол урта мәктәбенең биология һәм география уҡытыусыһының 22 йыллыҡ дөйөм хеҙмәт стажының 14 йылы мәғарифҡа бәйле. Гөлназ Марсель ҡыҙы 2012 йылда йәш педагогтарҙың «Өмөт» район бәйгеһендә ҡатнашып, «Педагогик оҫталыҡ һәм артистизм» номинацияһында еңеүсе булған. Ағымдағы уҡыу йылында һөнәри ҡеүәһен «Йыл уҡытыусыһы» конкурсының мәктәп этабында һынап, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында баһаланған. Хәйер, хеҙмәттән тыш Гөлназдың тормош девизы ла шулай яңғырай. Юҡҡа ғына: «Биш балам — биш бармаҡ», — тимәй ул.
Гөлназ һәм Рөстәм Тайыповтар ғаиләһендәге иң өлкән бала — ҡыҙҙары Раушания 7-се класҡа Р. Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға киткәненән бирле баш ҡалала, бөгөн ул Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курс студенты. Буласаҡ педиатр диплом алғас, үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайтырға уйлай.
Булыр бала — биләүҙән, тигән һүҙҙәр Риязға төбәп әйтелгән төҫлө. Техника менән ныҡ ҡыҙыҡһынған улын атаһы алты йәшендә «Белорусь»ҡа ултырта, башланғыс кластарҙа уҡыған сағында был шәп малай трактор менән бесән сабып, кәбән һалырға өйрәнә, ихаталағы бөтә төр техниканы ла һүтеп-йыйып ҡарай, йүнәтә. Уның ҡарауы хәҙер белмәгәне юҡ, хатта бер кем дә эшләтә алмаған сафтан сыҡҡан бесәнде рулонға өйрөлтә торған сит ил техникаһына ла йән өргән егет ул. Киләсәк яҙмышын да ошо юҫыҡҡа бәйләргә хәл итеп, былтыр 9-сы кластан һуң Өфө авиа-ция техникумына машиналар төҙөү технологияһы буйынса уҡырға ингән.
Ғөмүмән, ҡалған малайҙар ҙа атайҙарынан күрмәксе һәм өйрәнмәксе, егәрле, эшһөйәр булып үҫеп килә. Ғаилә башлығы Рөстәм Әкрәм улының Буранғолда абруйы ҙур. Ваҡытында оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты булған, шәхси эшҡыуар булараҡ, пилорама, магазиндар тотҡан кеше ул. Сәләмәтлек хәле буйынса йәмәғәтселек һәм шәхси эшен туҡтатырға мәжбүр булһа ла, ауырыуҙы сәбәп итмәй, уландарының ярҙамы менән ҙур хужалыҡ тота, бесән әҙерләй. Мәктәп йәшендәге Айнур 6-сы, Ризуан 2-се класта уҡый. Төпсөктәре Риза балалар баҡсаһына йөрөй.
— Малайҙарыбыҙ шәп. Уҡыуҙа һынатмайҙар. Өй эштәрендә төп ярҙамсыларыбыҙ, үҙ-ара татыу, туған йәнлеләр, — тип һөйөнә өлкән Тайыповтар.
Әсәй кеше һәр балаһының мауыҡҡан шөғөлдәрен, уңыштарын да барлап үтте. Раушания оҫта бейей, гимназияның «Аҡйондоҙ» ансамбле менән Италияла уҙған фестивалдә ҡатнашҡан. Рияз көрәш буйынса район чемпионы, ҡустыһы Айнур менән гер спортын да үҙ итәләр. Ризуан былтыр физкультура буйынса «Гагарин кубогы» олимпиадаһының республика этабында көс һынаған, ҙурайғас ашнаҡсы булырға теләгән малай әле үҙенең 8 йәшендә ҡоймаҡ ҡоя, йомортҡа ҡура, сыр таяҡсалары, бургер әҙерләй белә, ағаһынының тыуған көнөнә тәмле итеп торт та бешергән. Риза төҙөүсе булырға теләй. Шуныһы һөйөнөслө, ергә ерегеп, ауыл хәстәрҙәрен белеп үҫкән егеттәр яҙмыштарын тыуған ерҙәренә бәйләмәксе.
Район башлығы Гөлназ Тайыповаға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырғанда тормош иптәшенең, уландарының күҙҙәрендә шатлыҡ, ғорурлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары ҡабынды. Илдар Таһир улы әсәгә изге теләктәр юлланы, тормош иптәше менән тиң оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләне, ә малайҙарға: «Һеҙгә ғүмер бүләк иткән әсәйегеҙҙе ҡәҙерләгеҙ, йөрәгенә борсоулы уй һалмағыҙ, атайығыҙ кеүек илһөйәр рухлы, ғәмле, эшсән ир-егеттәр булып үҫегеҙ!» — тигән изге наказ еткерҙе.