Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә ташламалы ипотеканы ҡаплауҙы ябайлаштырҙылар. 2022 йылдан ипотека кредитын дәүләт ярҙамы иҫәбенә өлөшләтә ҡаплау өсөн ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә мөмкин.
Граждандар порталда ғаризаны “Дом.рф” акционерҙар йәмғиәтенә шәхси кабинет аша ебәрә ала. Ғаиләләргә торлаҡ алғанда федераль бюджеттан субсидиялар бирелә. Йәмғиәт үҙе кредиторҙан ипотека кредитын алыу тураһындағы документтарҙы, бурыс күләмен һәм иҫәп реквизиттарын һораясаҡ. Әгәр вариант ниндәй ҙә булһа сәбәп менән ғаиләгә оҡшамаһа, улар кредит биргән банкка ҡағыҙ йәки электрон вариантта ипотеканы ҡаплау тураһындағы ғаризаны яҙа ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған балалы ғаиләләрҙең льготалы ипотекаға хоҡуғы бар. Кредит буйынса ставка – йылына 6 процент, беренсе иғәнә – 15 процент, кредит биреү ваҡыты – 3-тән 30 йылға тиклем. Ташламалы ипотека ярҙамында әҙер йәки төҙөлгән фатир, йорт һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин.
Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы буйынса барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Был милли проекттар ғаиләләргә торлаҡ һатып алғанда йәки төҙөгәндә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Президент ҡушыуы буйынса ташламалы ипотека программаһы үткән йыл аҙағына тиклем оҙайтылды, ә уны бер балалы ғаиләләр рәсмиләштерә ала.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-21/balaly-ail-l-r-nind-y-yar-am-a-m-t-it-ala-2663444