Рәсәй президенты Владимир Путин инфляцияның реаль кимәленә ярашлы граждандарҙың ғына түгел, хәрбиҙәрҙең дә пенсияларын индексацияларға кәрәклеге тураһында иғлан итте, тип хәбәр итә РИА Новости. Индексация күләме 8,6 процент тәшкил итәсәк.
Дәүләт башлығы 2022 йылдың 1 ғинуарынан ҡабаттан иҫәпләү эшләргә ҡушты. Бюджеттың тейешле параметрҙарына ярашлы, хәрбиҙәрҙең пенсияһы күләме 1 октябрҙән 4 процентҡа артырға тейеш ине.
Путин индексацияның үткән йыл эсендә 8,39 процентҡа еткән фактик инфляциянан артығыраҡ буласағын билдәләне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәрби пенсионерҙар аҡсаларҙы яҡындағы түләү менән бергә алырға тейеш.
Пенсияның страховка өлөшөнөң күләмен бюджетта билдәләнгән 5,9 процент урынына 8,6 процентҡа индексацияларға президент 12 ғинуарҙа тәҡдим иткәйне. 20 ғинуарҙа Дәүләт думаһы бюджетҡа тейешле үҙгәрештәрҙе индерҙе. Ошо аҙнала уларҙы Федерация Советы ҡараясаҡ.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/