Владимир Путин халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүсе студенттарҙы дәртләндереү тураһында мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. РФ Президентының илдең төп юғары уҡыу йорттары студенттары менән осрашыуында ҡатнашыусыларҙың береһе матди ярҙам кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Сара кисә, 25 ғинуарҙа, видеоконференция режимында үтте. Ил етәксеһе үҙенең ярҙамсыһы Андрей Фурсенко менән фән һәм юғары белем министры Валерий Фальковҡа был түләмдәрҙе арттырыу юлдарын эҙләгеҙ тип белдерҙе.
«Мотлаҡ эшләрбеҙ. Әгәр студенттар, йәштәр ошондай сараларҙа ҡатнашһа, күп кенә университеттар магистратураға ингәндә махсус ташлама бирә. Матди ярҙам, шул иҫәптән стипендияларға буйынса тәҡдимдәр индерербеҙ. Әлбиттә, бындай ярҙам студенттар өсөн айырыуса мөһим. Үтәрбеҙ, Владимир Владимирович», - тип ышандырҙы министр.