Мәғлүмәт «Медиалогия» компанияһының киң мәғлүмәт сараларын тикшереү һәм мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы мәғлүмәттәре нигеҙендә алынды.
Был мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Рәсәйҙә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы яҡтыртыу буйынса тәүге бишәү иҫәбенә инде. Киң мәғлүмәт сараларында милли проекттарҙы телгә алыу буйынса беренсе урынды Һамар өлкәһе алды. Исемлектә Краснодар һәм Приморье крайы, шулай уҡ Мәскәү өлкәһе бар.