Йәмғиәт
2 Февраля 2022, 10:30

Депутат яңы закондарҙы аңлатты

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

1 февралдән суд приставтары бурыслының картаһынан пенсия, эш хаҡын күпме күләмдә тотоп ҡалырға тейешлеге тураһындағы закон үҙ көсөнә инде. Үкенескә күрә, күпселек кешеләр, килешеүҙәрҙе ентекләп аңламайынса, банктарҙан, микрофинанс ойошмаларынан кредит ала һәм уларҙы ҡайтара алмай. Эш урынын юғалтыу, ауырыу һ.б. сәбәптәр арҡаһында бурысҡа бата. "Кредит ойошманың дәғүәһе буйынса суд аҡса түләтеү тураһында ҡарар сығара, эш хаҡынан, пенсиянан ай һайын бурыслының 50 проценты тотоп ҡалына. Ҙур булмаған эш хаҡынан бер ай буйына йәшәргә аҡсаһы ҡалмауы асыҡ. Шуға бәйле ошо законда эшкә һәләтле кешегә йәшәү минимумы дәүмәлендә тейелмәй торған сумма ҡаралған, ул 13793 һум тәшкил итә. Был сумманы бер кем дә тартып алырға хоҡуҡлы түгел, шул иҫәптән суд ҡарарҙары буйынса ла",  - тип аңлатты Зариф Закир улы.

Был талап алимент, сәләмәтлеккә килтерелгән зыянды ҡаплау, ҡараусыһын юғалтыу буйынса пособиенан тыш бөтә бурыстарға ла ҡағыла. Күрһәтелгән сумманы тартып алыуға юл ҡуймау өсөн пенсиянан йәки эш хаҡынан тотоп ҡалыу тураһында күрһәтмә ебәргән Федераль суд приставтары хеҙмәте бүлегенә ғариза яҙырға кәрәк. Улар ғариза биреүсегә 13793 һум күләмендә ҡалдырыу тураһында ҡарар сығарырға тейеш. Бүлеккә ғаризаны электрон төрҙә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ебәрергә мөмкин. Закон проектын Дәүләт Думаһында "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы ағзалары индерҙе. Беҙ ҡабул иткән закон ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас