Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында төбәк агросәнәғәт комплексының кадрҙар ҡеүәтенә булышлыҡ итеү программаһына ярашлы дәүләт ярҙамын алыусыларҙы һайлап алыу конкурсы тамамланған. Конкурста бөтәһе 78 йәш ауыл хужалығы белгесе ҡатнашҡан. Шуларҙың 53-ө конкурсты уңышлы үтеп һайлап алынған. Улар барыһы ла республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында белгестәр булып эшләй һәм ошо арала төбәк ҡаҙнаһынан 500-шәр мең һум ярҙам аласаҡ. НДФЛ менән бергә дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 30,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Дөйөм алғанда, 12 урта һөнәри белемле һәм 41 юғары белемле йәш белгес дәүләт ярҙамы ала. Уларҙың иң йәшенә егерме, иң өлкәненә 35 йәш.